Зәбүр 100 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Мөхәббәтең менән ғәҙеллегеңде көйгә һалырмын, Һиңә, Раббым, мәҙхиә йырлармын. 2 Минең бар уйым – камил юлдар хаҡында. Ҡасан килерһең минең яныма? Саф күңел менән ғүмер итермен өйөмдә, 3 Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан. 4 Йыраҡ булыр минән боҙоҡ күңел, Ә залимлыҡ – белгән-түҙгән нәмәм түгел. 5 Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға. 6 Күҙем булыр илдәге тоғроларҙа, Тик шундайҙар минең янда йәшәйәсәк. Бары дөрөҫ юлдан йөрөгәндәр Миңә хеҙмәт күрһәтәсәк. 7 Өйөмдә мәкерлегә урын булмаҫ, Ялған ауыҙ күҙ алдымда оҙаҡ тормаҫ. 8 Иртә һайын илдәге яуыздарҙы юҡ итермен, Яман эш ҡылыусыларҙы Раббы ҡалаһынан йолҡоп ырғытырмын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia