Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Юныс 3 - Изге Яҙма


Юныстың Раббыға буйһоноуы

1 Юнысҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды:

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит.

3 Юныс юлға сыҡты, Раббы ҡушҡанса, Ниневегә юлланды. Ниневе Алланың шундай ҙур ҡалаһы ине: уны урап сығыр өсөн өс көн кәрәк булыр ине.

4 Көнө буйы: «Тағы ҡырҡ көндән Ниневенең аҫты-өҫкә әйләнәсәк!» – тип ҡысҡырып, Юныс ҡала буйлап йөрөй башланы.

5 Ниневенең бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡымаға уранды.

6 Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.

7 Батша үҙенең һәм вәзир-бәктәренең исеменән Ниневелә ошо фарманды халыҡҡа еткерергә ҡушты: «Кешеләр ҙә, хайуандар: эреле-ваҡлы мал-тыуар ҙа бер нәмә лә ашамаһын, утлауҙа йөрөмәһен, һыу эсмәһен.

8 Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын.

9 Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».

10 Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan