Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Юныс 1 - Изге Яҙма


Юныстың Раббынан ҡасыуы

1 Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды:

2 – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.

3 Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.

4 Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте.

5 Диңгеҙселәр ҡурҡыуға төштө. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллаһына ялбарҙы. Карапты еңеләйтер өсөн, йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. Юныс иһә, карап төбөнә төшөп ятып, ҡаты йоҡоға талғайны.

6 Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.

7 Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.

8 Диңгеҙселәр: – Һөйләп бир әле беҙгә, башыбыҙға килгән был бәлә кем арҡаһында? Һин нимә менән шөғөлләнәһең? Ҡайҙан киләһең? Илең ҡайҙа? Ниндәй халыҡтан булаһың? – тип һораны.

9 – Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.

10 Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки, Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр.

11 Дауыл көсәйгәндән-көсәйә барғанға күрә, улар Юныстан: – Диңгеҙ тынһын өсөн, һине нимә эшләтергә? – тип һоранылар.

12 – Алығыҙ ҙа диңгеҙгә ташлағыҙ, шул саҡ диңгеҙ тыныр, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин беләм: был ғәрәсәт өҫтөгөҙгә минең арҡала ябырылды.

13 Әммә диңгеҙселәр ярға табан ишә башланы, тик булдыра алманы: әйләнә-тирәләрендә дауыл көсәйә генә барҙы.

14 Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.

15 Улар Юнысты алдылар ҙа диңгеҙгә ташланылар – дауыл шунда уҡ баҫылды.

16 Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan