Яхъя 5 - Изге ЯҙмаБыуа буйында һауыҡтырыу 1 Бынан һуң Ғайса Йәрүсәлимгә йәһүдтәрҙең байрамына китте. 2 Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында йәһүдсә Бейт-Заҫа тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан айуанда 3 бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, фалиж һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ята ине. 4 [Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.] 5 Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине. 6 Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан: – Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны. 7 – Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була. 8 – Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса. 9 Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып, атлап китте. Был хәл шәмбе көндә булды. 10 Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр. 11 Әммә ул: – Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине. 12 – Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар. 13 Һауыҡҡан кеше иһә Уның кем икәнен белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны. 14 Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине. 15 Ул кеше, йәһүд башлыҡтарына барып, үҙен һауыҡтырыусының Ғайса икәнен әйтте. «Атаһы ни ҡылһа, Улы шуны эшләр» 16 Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрләй башланы. 17 – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ғайса. 18 Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәрҙә Уны үлтереү ниәте тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне. 19 Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. 20 Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен Уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. 21 Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. 22-23 Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй. 24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде! 26 Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе 27 һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. 28 Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. 29 Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр хөкөм ителеү өсөн тереләсәк. 30 Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам. Ғайса хаҡында шаһитлыҡтар 31 Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине. 32 Әммә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ. 33 Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды. 34 Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем. 35 Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ. 36 Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай. 37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ 38 һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ. 39 Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылына! 40 Әммә тормош алыр өсөн Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ. 41 Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгелмен. 42 Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ! 43 Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ. Әгәр кемдер үҙ исеменән килһә, уны ҡабул итәһегеҙ. 44 Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ? 45 Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – ул үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. 46 Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы. 47 Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia