Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 16 - Изге Яҙма

1 Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем.

2 Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.

3 Ә былай эшләүҙәре, Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.

4 Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.


Яҡлаусының килеүе

5 Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәргәндең янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай,

6 сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды.

7 Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.

8 Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ:

9 гонаһ – Миңә ышанмауҙарында;

10 ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә;

11 хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителгән.

12 Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ.

13 Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәт юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер.

14 Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине данлар.

15 Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем.


«Ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер»

16 Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ.

17 Шунда ҡайһы бер шәкерттәр бер-береһенә: – «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ» һәм «Мин Атам янына китәм» тип әйтеүе нимә аңлата икән?

18 «Бер аҙҙан» тигәне ни икән? Беҙ Уның нимә һөйләүен аңламайбыҙ! – тиештеләр.

19 Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине: – Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы?

20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.

21 Сәғәте еткәс, ауырлы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота.

22 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.

23 Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.

24 Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.


«Ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем»

25 – Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен.

26 Ул көндә Унан Минең исемемдән һорарһығыҙ. Мин: «Һеҙҙең өсөн Атамдан үтенермен», – тимәйем,

27 сөнки Мине яратҡанығыҙ һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙ өсөн, Атам Үҙе һеҙҙе ярата.

28 Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына яңынан, донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм.

29 Шәкерттәре: – Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. –

30 Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.

31 Ғайса уларға: – Хәҙер ышандығыҙмы инде? – тип яуапланы. –

32 Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгелмен, сөнки Атам Минең менән.

33 Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan