Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 13 - Изге Яҙма


Ғайсаның шәкерттәренең аяҡтарын йыуыуы

1 Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.

2 Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында

3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,

4 Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал ураны.

5 Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.

6 Сират Шимғон Петрусҡа етте. Петрус: – Хакимым! Һинме минең аяҡтарымды йыуаһың? – тине.

7 – Һин әлегә Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.

8 – Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус. – Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса.

9 – Хакимым! – тине Шимғон Петрус. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу!

10 – Йыуынған кешене йыуып тороуҙың хәжәте юҡ, уның бөтә тәне таҙа була, аяҡтарын ғына йыуырға кәрәк. Һеҙ бит таҙаһығыҙ, тик бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса.

11 Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә Ул: «Бөтәгеҙ ҙә таҙа түгелһегеҙ», – тине.

12 Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы. – Һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны Ул. –

13 Һеҙ Мине Остаз һәм Хаким тип атайһығыҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ: Мин – Остаз һәм Хаким.

14 Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хакимығыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ.

15 Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем.

16 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, илсе лә үҙен ебәргәндән ҙур түгел.

17 Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.

18 Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.

19 Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем.

20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Ғайсаның хыянатсы Йәһүҙәне фаш итеүе
( Маҫ 26:20-25 ; Мрк 14:17-21 ; Лк 22:21-23 )

21 Быны әйткәндән һуң Ғайса ҙур тулҡынланыу менән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

22 Уның кем хаҡында һөйләгәнен аңлап етмәгән шәкерттәре, аптырашта ҡалып, бер-береһенә ҡарашты.

23 Уларҙың береһе – яратҡан шәкерте – Ғайсаның янында ғына ултыра ине.

24 Шимғон Петрус, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, уға ишара яһаны.

25 Шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып: – Хакимым, ул кем? – тип һораны.

26 Ғайса: – Мин бер һыныҡ икмәкте манып кемгә бирәм, шул, – тип яуап ҡайтарҙы ла, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Шимғон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе.

27 Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.

28-29 Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки аҡсаның бер өлөшөн фәҡирҙәргә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы.

30 Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.


«Яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ»

31 Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине: – Бына хәҙер Әҙәм Улы шөһрәт алды һәм Унда Алланың шөһрәте күренде.

32 Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ шөһрәтендә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының шөһрәтен Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ.

33 Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».

34 Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ.

35 Бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, һеҙҙең Минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе барыһы ла белер.

36 Шимғон Петрус Унан: – Хакимым, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны. Ғайса: – Мин китә торған урынға һин әле Минең менән бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе.

37 – Хакимым, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петрус.

38 Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan