Яхъя 11 - Изге ЯҙмаҒайсаның үлгән Әлғазарҙы терелтеүе 1 Мәрйәм менән уның апаһы Марта йәшәгән Бейт-Әниә ауылында Әлғазар исемле бер кеше ауырып китте. 2 Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәсе менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле – уларҙың ҡустылары ине. 3 Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте». 4 Ғайса быны ишеткәс: – Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине. 5 Ғайса Мартаны ла, уның һеңлеһе менән Әлғазарҙы ла ярата ине. 6 Әммә Ул, Әлғазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, тағы ике көнгә тотҡарланды. 7 Шунан һуң шәкерттәренә: – Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине. 8 Шәкерттәре Уға: – Остаз, күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр. 9 Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөгән абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә. 10 Төндә йөрөгән иһә абына, сөнки уның үҙендә яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы. 11 Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне. 12 Шәкерттәре: – Хакимыбыҙ, әгәр йоҡлаған булһа, һауығыр! – тинеләр. 13 Ғайса Әлғазарҙың үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы. 14 Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп: – Әлғазар үлгән. 15 Үҙемдең унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине. 16 Игеҙәк ҡушаматлы Томас шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та Ғайса менән бергә үләйек, – тине. 17 Бейт-Әниәгә килеп еткәс, Ғайса Әлғазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятҡанын белде. 18 Бейт-Әниә Йәрүсәлимдән өс саҡрым ғына алыҫлыҡта ине. 19 Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне. 20 Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Марта Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды. 21 – Хакимым, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине Марта. – 22 Әммә мин беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк. 23 – Ҡустығыҙ терелер, – тине уға Ғайса. 24 – Беләм, ул ҡиәмәт көнөндә, терелеү ваҡытында, тереләсәк. 25 Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. 26 Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине. 27 – Эйе, Хакимым! – тип яуапланы Марта. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам. 28 Шулай тигәндән һуң, Марта барып һеңлеһе Мәрйәмде саҡырҙы. Уға йәшереп кенә: – Остаз бында, Ул һине саҡыра, – тине. 29 Быны ишеткәс тә, Мәрйәм, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына китте. 30 Ғайса ауылға инмәйенсә Марта менән осрашҡан ерҙә тора ине әле. 31 Мәрйәмде йыуатып уның менән бергә өйҙә булған йәһүдтәр, йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбергә китте тип уйлап, артынан эйәрҙеләр. 32 Мәрйәм Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: – Хакимым! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине лә Уның аяғына йығылды. 33 Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып: 34 – Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны. Улар: – Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр. 35 Ғайса илап ебәрҙе. 36 – Ҡарағыҙ, Ул Әлғазарҙы ҡалай яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр. 37 Араларынан береһе: – Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Әлғазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡала алмаҫ инеме икән? – тине. 38 Ғайса, тағы ла нығыраҡ көйөнөп, ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны. 39 Ғайса: – Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине. – Хакимым, мәйет еҫләнгәндер инде, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит, – тине мәрхүмдең апаһы Марта. 40 Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе. 41 Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – 42 Мине һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде ошонда торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм! 43 Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине. 44 Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса: – Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине. Фарисейҙарҙың Ғайсаны үлтерергә ниәтләүе 45 Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды. 46 Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайсаның ғәмәлдәре тураһында һөйләп бирҙе. 47 Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. 48 Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк. 49 Араларынан береһе, ул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфас: – Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! 50 Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине. 51-52 Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш ҡаһин булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе. 53 Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы. 54 Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Әфраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды. 55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, илдең төрлө төбәктәренән күп кеше Йәрүсәлимгә килде. 56 Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫме икән ни?» – тип һораштылар. 57 Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia