Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Вәғәзсе 9 - Изге Яҙма

1 Төбөнә төшөү өсөн мин быларҙың барыһын да күңелем аша үткәрҙем. Тәҡүә кешеләрҙең һәм аҡыл эйәләренең яҙмышы, уларҙың барлыҡ эштәре Алла ҡулында икәнен күрҙем. Алда мөхәббәт көтәме, әллә нәфрәтме – әҙәми затҡа билдәһеҙ.

2 Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш.

3 Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.

4 Тереләр араһында кешенең өмөтө бар, хатта тере эткә лә үле арыҫланға ҡарағанда яҡшыраҡ.

5 Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй, уларға башҡаса бер ниндәй әжер ҙә юҡ, сөнки улар тураһында иҫтәлек тә ҡалмай.

6 Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай.

7 Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!

8 Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт.

9 Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.

10 Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.

11 Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.

12 Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй. Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише, Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый.

13 Ҡояш аҫтында мин йәнә бер аҡыл күрҙем: ул миңә мөһим тойолдо.

14 Бына бәләкәй генә бер ҡала, халҡы ла күп түгел. Бер ҡөҙрәтле батша уға һуғыш аса һәм, бейек убалар ҡороп, ҡамауға ала.

15 Ләкин ҡалала аҡыллы бер фәҡир булған икән, һәм ул зирәклеге менән ҡаланы ҡотҡара. Әммә һуңынан был фәҡирҙе иҫкә алыусы ла булмай.

16 Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай.

17 Аҡыллының тыныс әйткән һүҙе ахмаҡтарҙың хакимы аҡырғандан яҡшыраҡ ишетелә.

18 Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan