Вәғәзсе 7 - Изге Яҙма1 Яҡшы исем ҡиммәтле еҫле майҙан, Үлем көнө тыуған көндән яҡшыраҡ. 2 Мәжлесле өйгә барғансы, Йыназалы өйгә барғаның хәйерле, Сөнки һәр кемдең ахыры бер, Тере кеше шуны башында тотһон. 3 Хәсрәт көлөүҙән яҡшыраҡ, Сөнки йөҙ моңһоулығы күңелде йомшарта. 4 Аҡыллының күңеле – ҡайғылы өйҙә, Ахмаҡтың күңеле – кәйеф-сафалы өйҙә. 5 Ахмаҡтың маҡтауын тыңлағансы, Аҡыллының битәрләүен ишетеү яҡшыраҡ. 6 Ахмаҡтың көлөүе хас та Ҡаҙан аҫтында янған сыбыҡтың сытырлауы. Был да – фани. 7 Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата, Ришүәт кешенең күңелен боҙа. 8 Һәр нәмәнең ахыры уның башынан хәйерлерәк; Сабыр кеше һауалынан яҡшыраҡ. 9 Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай. 10 «Ниңә үткән көндәр бөгөнгөнән яҡшы ине?» – тип һорама, Бындай һорау аҡылдан түгел. 11 Аҡыл мираҫ кеүек үк яҡшы, Ул ҡояш йөҙөн күргәндәр өсөн файҙалы. 12 Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай; Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай. 13 Алланың ғәмәлдәренә күҙ һал: Ул кәкрәйткәнде кем турайта ала? 14 Бәхетле көндәреңдә ҡыуан, ҡайғылы көндәреңдә иһә шуны иҫеңдә тот: тегеһен дә, быныһын да Алла бирә, һис кем киләсәктә нимә булырын белмәй. 15 Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә. 16 Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә? 17 Артыҡ яуыз, дыуамал булма: ниңә ваҡытынан алда үлергә? 18 Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр. 19 Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә. 20 Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ. 21 Хеҙмәтсеңдең һине яманлағанын ишетмәйем тиһәң, кешеләр һөйләгән бөтә һүҙгә ҡолаҡ һалып барма. 22 Хәйер, үҙеңдең дә башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләгәнең аҙ булманы бит. 23 Быларҙың барыһын да аҡыл менән һынаным. «Аҡылға ирешермен», – тинем, ләкин уға етә алманым. 24 Бөтә булған нәмә – алыҫта, тәрәне – тәрәндә: кем уның төбөнә төшә алыр? 25 Мин зиһенемде аҡыл менән зирәклекте белеү, тикшереү һәм табыуға, яуыздарҙың ахмаҡлығы, аҡылһыҙҙарҙың дыуамаллығы нимәлә икәнен төшөнөүгә йүнәлттем. 26 Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә. 27 – Бер-бер артлы һынап ҡарап, бына шундай яуапты таптым, – тине Вәғәзсе. – 28 Ә бына эҙләп-эҙләп тә нимәне тапманым һуң? Мең кеше араһынан бер яҡшы ир таптым, ләкин улар араһында бер генә яҡшы ҡатын-ҡыҙ ҙа юҡ ине. 29 Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia