Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Вәғәзсе 6 - Изге Яҙма

1 Был ҡояш аҫтында бер яман фажиғәне күрҙем, ул әҙәм балаһын йөк һымаҡ баҫып тора.

2 Алла кешегә байлыҡ, мөлкәт һәм дан-шөһрәт бирә. Ундай кеше теләгән бөтә нәмәһенә эйә була ала. Ләкин Алла былар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирмәй – уның рәхәтен сит кеше күрә. Был да буш мәшәҡәт, һәм был – әсе ғазап.

3 Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.

4 Был бала бушҡа ғына килде лә ҡараңғылыҡҡа китте, уның исемен ҡараңғылыҡ йәшерҙе.

5 Ул бер ҡасан да көн яҡтыһын күрмәне һәм белмәне, уға теге әҙәмгә ҡарағанда күпкә тыныс.

6 Ә тегеһе, ике мең йыл йәшәп тә, тормошонан рәхәтлек тапмаһа, бынан уға ни файҙа? Ахыр сиктә, барыбыҙ ҙа бер урынға китәбеҙ түгелме?

7 Кеше бер тамағы хаҡына эшләй ҙә эшләй, ләкин нәфсеһе бер ҡасан да туймай.

8 Аҡыллының ахмаҡтан ниндәй өҫтөнлөгө бар? Ярлыға нисек йәшәргә белеүенән ни файҙа?

9 Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу.

10 Булған һәр нәмәнең инде исеме бар, кешенең дә асылы билдәле, ул үҙенән көслөрәк менән дәғүәләшә алмай.

11 Буш һүҙ, буш мәшәҡәт күп – кешегә унан ни файҙа?

12 Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр?

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan