Вәғәзсе 4 - Изге Яҙма1 Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ. 2 Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем. 3 Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк. 4 Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. 5 Ахмаҡ ҡул ҡаушырып ултырып, үҙен үҙе харап итер. 6 Ауыр хеҙмәт менән, ел артынан ҡыуып тапҡан ике усламдан, күңел тыныслығы менән тапҡан бер ус ниғмәт хәйерлерәк түгелме? 7 Йәнә мин ҡояш аҫтында тағы бер буш мәшәҡәтте күрҙем. 8 Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш. 9 Яңғыҙ булғансы, икәү булыу яҡшыраҡ, икәү бергә эшләһәң, эшең ырай. 10 Береһе йығылһа, икенсеһе уны торғоҙа. Ә яңғыҙ кеше йығылһа – ҡайғы уға – уны торғоҙоусы юҡ. 11 Икәү бергә ятһа, бер-береһен йылыта, ә яңғыҙ ятҡанды кем йылытһын? 12 Кеше яңғыҙ булһа, уны еңеүе еңел, ә икәү ҡаршы торһа, улар бирешмәҫ. Өстән ишелгән бау анһат ҡына өҙөлмәй. 13 Кәңәш тыңламаған аҡылһыҙ ҡарт батшанан ярлы, әммә аҡыллы егет яҡшыраҡ. 14 Ул егет был батшалыҡта ярлы булып тыуһа ла, зиндандан сығып, тәхеткә ултырҙы. 15 Мин күрҙем: ҡояш аҫтындағы һәр кеше батша тәхетенә ултырған был егет артынан китте. 16 Ул эйәрткән халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, ләкин һуңыраҡ килгән быуындар уны данламаясаҡ. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. 17 Алла йортона барғаныңда, аяғыңдың ҡайҙа баҫҡанын бел. Яманлыҡ ҡылғанын да аңламаған ахмаҡтар ише кәрәкмәгән ҡорбан килтергәнсе, Алланы тыңлау хәйерлерәк. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia