Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Вәғәзсе 3 - Изге Яҙма

1 Һәр нәмәнең үҙ мәле, күк аҫтындағы һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар.

2 Тыуыр ваҡыт һәм үлер ваҡыт, Сәсер ваҡыт һәм йолҡоп алыр ваҡыт бар;

3 Үлтерер ваҡыт һәм шифа бирер ваҡыт, Емерер ваҡыт һәм төҙөр ваҡыт бар;

4 Илар ваҡыт һәм көлөр ваҡыт, Көйөр ваҡыт һәм бейер ваҡыт бар;

5 Ташты ырғытыу ваҡыты һәм ташты йыйыр ваҡыт, Ҡосаҡлар ваҡыт һәм ҡосаҡтан ҡасыр ваҡыт бар;

6 Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт, Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар;

7 Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;

8 Һөйөр ваҡыт һәм нәфрәтләнер ваҡыт, Һуғыштың ваҡыты һәм тыныслыҡтың ваҡыты бар.

9 Эшләүсегә ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?

10 Алла кешеләргә ыҙа сикһен тип биргән эште күрҙем мин.

11 Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай.

12 Мин шуны белдем: кешеләргә күңел асып, игелек ҡылып ғүмер үткәреүҙән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ икән.

13 Кеше ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр ғәмәленән бәхет таба икән, был – Алланың бүләге.

14 Алланың һәр эше мәңгелек икәнен аңланым: уға бер нәмә өҫтәп тә, алып ташлап та булмай – Алла кешеләр Үҙенән ҡурҡһын өсөн шулай эшләгән.

15 Әле нимә бар, шул элек тә булған, киләсәктә буласаҡ – әүәл булған; Алла үткәнде тағы ҡайтара.

16 Йәнә мин ҡояш аҫтында шуны күрҙем: хаҡлыҡ тейеш булған урында – хаҡһыҙлыҡ, ғәҙеллек булыр урында – ғәҙелһеҙлек икән.

17 Мин үҙемә күңелемдән: «Алла ғәҙел кешене лә, яуызды ла Үҙе хөкөм итә, сөнки һәр нәмәнең һәм һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар», – тинем.

18 Үҙемә күңелемдән: «Әҙәм балаларына килгәндә, Алла уларҙы үҙҙәренең асылда хайуан икәнлектәрен күрһендәр өсөн һынай», – тинем.

19 Сөнки әҙәм балаларының да, хайуандарҙың да тәҡдире бер: тегеләре лә, былары ла үлемгә дусар, тегеләренең дә, быларының да һулышы бер, әҙәм балаһының хайуандан бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ, сөнки былар бөтәһе лә – фани.

20 Барыһы ла бер урынға китә: тупраҡтан яралғандар тупраҡҡа ҡайта.

21 Кем белә, кеше йәне күккә ашамы ла хайуан йәне түбәнгә, ер аҫтына, төшәме?

22 Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер?

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan