Вәғәзсе 2 - Изге Яҙма1 Күңелемдән үҙ-үҙемә: «Әйҙә, мин һине уйын-көлкө менән һынайым, яҡшылыҡтың рәхәтен күр», – тинем. Әммә был да бары буш мәшәҡәт икән. 2 Көлкө хаҡында: «Ахмаҡлыҡ!», ә кәйеф-сафаны: «Ниндәй файҙаһы бар?» – тинем. 3 Мин, аҡылымды юймайынса һәм шул уҡ ваҡытта күңелемә ахмаҡлыҡ ҡылырға ла юл ҡуйҙым – әҙәм балаларына ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә күк аҫтында нимә кинәнес килтереүен аңлар өсөн тәнемде шарап менән һынарға булдым. 4 Мин бөйөк эштәр башҡарҙым: үҙемә йорттар һалдым, йөҙөм баҡсалары ултырттым, 5 баҡсалар һәм урмандар, уларға һәр төрлө емеш ағастары үҫтерҙем. 6 Баҡсаларымдағы ағастарҙы һуғарырға быуалар төҙөттөм. 7 Ир һәм ҡатын ҡолдар һатып алдым, өйөмдә тыуған ҡолдарым да бар ине. Миңә тиклем Йәрүсәлимдә хакимлыҡ иткәндәрҙең һәммәһенекенән дә күберәк эре һәм ваҡ мал йыйҙым. 8 Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным. 9 Йәрүсәлимдә миңә тиклем булғандарҙың барыһынан да шөһрәтлерәк һәм байыраҡ инем, зирәк аҡылым да үҙемдә ҡалды. 10 Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды. 11 Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән. 12 Аҡыл менән дыуамаллыҡтың, шулай уҡ ахмаҡлыҡтың ни икәнен белмәк булдым. Батша вариҫы юҡһа ни эшләй алһын? Элек эшләнгәнде ҡабатлай ғына ала. 13 Яҡты ҡараңғылыҡтан яҡшыраҡ булғандай, аҡылдың да ахмаҡлыҡтан яҡшыраҡ икәнен күрҙем. 14 Аҡыллыны аҡыл күҙле итә, Ахмаҡ иһә ҡараңғыла ҡаңғыра. Ләкин шуны белдем: уларҙың һәммәһен дә бер тәҡдир көтә. 15 Мин күңелемдән үҙемә былай тинем: «Мине лә ахмаҡтың тәҡдире көтә, шулай булғас, минең аҡыллы булыуымдан ни файҙа?» Үҙ-үҙемә: «Был да буш мәшәҡәт», – тинем. 16 Ахмаҡ кешене иҫкә алмаған һымаҡ, аҡыл эйәһен дә иҫтә ҡалдырмаясаҡтар. Оҙаҡламай бөтәһе лә онотолор. Ахмаҡ һымаҡ уҡ аҡыл эйәһе лә үлмәйме ни? 17 Мин тормошто күрә алмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу. 18 Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым. 19 Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт. 20 Һәм мин күңелем менән был ҡояш аҫтында эшләгән барлыҡ эштәремдән төңөлдөм. 21 Сөнки берәү аҡылы, белеме, оҫталығы менән эшләп тапҡанын бының өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмаған кешегә ҡалдыра булып сыға. Был да – буш мәшәҡәт, ҙур ғәҙелһеҙлек. 22 Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй? 23 Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт. 24 Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс. 25 Алла ихтыярынан башҡа кем ашап-эсә, ләззәт таба алһын? 26 Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia