Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Вәғәзсе 10 - Изге Яҙма

1 Үле себен төшөп, хуш еҫле майҙы боҙған һәм һаҫытҡан кеүек, бәләкәй генә ахмаҡлыҡ та аҡыл менән абруйҙан ауырыраҡ тарта.

2 Аҡыллының йөрәге – дөрөҫ юлдан, ахмаҡтыҡы хата юлдан йөрөтә.

3 Ахмаҡ ниндәй генә юлдан йөрөмәһен, ахмаҡлығын күрһәтә, уның йөрөүендә мәғәнә юҡ.

4 Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай.

5 Ҡояш аҫтында йәнә бер яманлыҡ күрҙем – ул да булһа ил башлығының ғәҙелһеҙлеге:

6 ахмаҡтар – юғарыла, байҙар иһә аҫта ултыра.

7 Мин йәнә шуны күрҙем: ҡолдар атҡа атланып бара, хакимдар, ҡол һымаҡ, йәйәү бара ине.

8 Соҡор ҡаҙған кешенең уға үҙе йығылып төшөүе, диуарҙы ҡутарғанды иһә йылан сағыуы ихтимал.

9 Таш киҫеүсенең үҙенең шул таштан имгәнеүе, утын ярған кешенең утындан зыянлауы бар.

10 Үтмәҫ балтаны үткерләмәһәң, эшләгәндә күберәк көс китер. Аҡылдың файҙаһы – уңыш.

11 Әгәр йылан арбағанға тиклем саға икән, уны арбаусының ни кәрәге бар.

12 Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.

13 Ахмаҡ һүҙен ахмаҡлыҡтан башлай ҙа шыр тилелек менән тамамлап ҡуя.

14 Ахмаҡ күп һөйләй, ләкин киләсәктә ни булырын бер кем белмәй; үҙенән һуң ни булырын уға кем әйтһен?

15 Ахмаҡты эш тиҙ ялҡыта, ул хатта ҡалаға ҡайтыр юлын да онота.

16 Эй ил халҡы, батшаң бала булып, түрәләрең иртә таңдан табын ҡора башлаһа, ҡайғы һиңә!

17 Эй ил халҡы, батшаң затлы нәҫелдән булып, түрәләрең ризыҡты кәйеф-сафа өсөн түгел, хәл алыр өсөн үҙ ваҡытында ашай торған булһа, һин бәхетле!

18 Хужаһы ялҡау булһа, өйөнөң түшәме ишелер, ҡул ҡаушырып ултырһа, түбәһенән һыу үтер.

19 Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк.

20 Батша хаҡында эстән генә лә яман телләнмә, йоҡо бүлмәңдә байҙар тураһында насар һөйләмә, сөнки осар ҡош хәбәр алып барыр, ҡанатлы ҡош әйткәнеңде сәсеп йөрөр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan