Сығыу 4 - Изге ЯҙмаРаббының Мусаға хикмәттәр күрһәтеү ҡөҙрәтен биреүе 1 Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны. 2 – Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса. 3 – Уны ергә ташла, – тине Раббы. Муса таяғын ергә ташлағайны, таяҡ йыланға әүерелде. Муса ҡурҡып ҡаса башланы. 4 – Ҡулыңды һуҙ ҙа ҡойроғонан тот, – тине Раббы. Муса, ҡулын һоноп, ҡойроғонан тотҡайны, йылан йәнә таяҡҡа әйләнде. 5 – Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы. 6 Шунан Раббы: – Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, – тине. Муса ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы махау ауырыуынан ҡар һымаҡ ап-аҡ булған. 7 – Ҡулыңды тағы ҡуйыныңа тыҡ, – тине Раббы. Муса ҡабат ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы йәнә тәненең башҡа урындары һымаҡ тап-таҙа ине. 8 – Әгәр улар һиңә ышанмаһа, тәүге хикмәткә иғтибар итмәһә, икенсеһенә ышаныр. 9 Хатта ошо ике хикмәткә лә ышанмаһалар һәм әйткәндәреңә ҡолаҡ һалмаһалар, Нилдан һыу алып ергә түк. Йылға һыуы тупраҡҡа тейеү менән ҡанға әйләнер. 10 Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы. 11 – Кешегә телде кем бирә? – тине Раббы. – Кем телһеҙ йәки һаңғырау итә? Кем күҙҙәрҙе осҡор йәки һуҡыр итә? Мин, Раббы, түгелме ни? 12 Инде бар! Һөйләгән сағыңда Мин һинең яныңда булырмын; нимә әйтергә кәрәклеген Үҙем өйрәтеп торормон. 13 – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе. 14 Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. – 15 Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен. 16 Һинең урыныңа халыҡ менән Һарун һөйләшер. Ул һиңә ауыҙ һымаҡ, ә һин уға Алла һымаҡ булырһығыҙ. 17 Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың. Мусаның Мысырға әйләнеп ҡайтыуы 18 Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро. 19 Мидйән ерендә Раббы Мусаға: – Бар, Мысырға ҡайт, һинең йәнеңде ҡыйырға теләгәндәрҙең бөтәһе лә үлеп бөттө, – тине. 20 Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә атландырҙы ла, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды. 21 – Мысырға әйләнеп ҡайтҡас, Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. – 22 Шул сағында фирғәүенгә әйтерһең: «Раббы былай ти: Исраил – Минең улым, Минең баш балам. 23 Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен». 24 Улар юлда төнгөлөккә ҡунырға туҡтағанда, Раббы, Мусаны осратып, уны үлтермәк булды. 25 Шул саҡ Сиппора, үткер саҡматаш алып, улының енес ағзаһының тиреһен киҫеп алды ла ул тирене Мусаның аяҡтарына тейҙереп: – Хәҙер инде һин минең ҡан аша йәрәшелгән кейәүем, – тине. 26 Шунда Раббы Мусаны иҫән-аман ҡалдырҙы. Сиппора: «Сөннәт арҡаһында ҡан аша йәрәшелгән кейәү», – тип өҫтәне. 27 Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне. 28 Муса Һарунға үҙен ебәргән Раббының һүҙҙәрен еткерҙе, ниндәй хикмәттәр ҡылырға ҡушҡанын һөйләп бирҙе. 29 Улар барып Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын йыйҙы. 30 Һарун уларға Раббының Мусаға әйткән бөтә һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Муса иһә бөтә халыҡтың күҙ алдында хикмәттәр ҡылды. 31 Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia