Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 35 - Изге Яҙма


Шәмбе тураһында ҡанун

1 Муса, бөтә Исраил йәмғиәтен йыйып, былай тине: – Раббы һеҙгә бына нимәләр эшләргә бойорҙо:

2 алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер.

3 Шәмбе көнө өйҙәрегеҙҙә ут яғырға ла ярамай.


Исраилдарҙың бүләктәре

4 – Бына нимә ҡушты Раббы, – тине Муса Исраил йәмғиәтенә. –

5 Раббы өсөн иғәнә йыйығыҙ. Теләгән һәр кем Раббыға алтын, көмөш, баҡыр,

6 зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете,

7 ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы,

8 майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр,

9 эфод менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштарҙы килтерһен.

10 Оҫталарығыҙ килеп Раббы эшләргә ҡушҡан бөтә нәмәләрҙе:

11 Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм өҫкө ябыуын; ҡаптырмаһын, рамдарын һәм һайғауҙарын, бағаналарын һәм төптәрен;

12 һандыҡты һәм уға ҡолғаларҙы, һандыҡ ҡапҡасын һәм айырып торған пәрҙәне;

13 өҫтәлде, уның ҡолғаларын һәм һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте;

14 шәмдәлде һәм уның кәрәк-ярағын, майшәмдәрҙе, шәм өсөн майҙы;

15 төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы;

16 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн баҡыр рәшәткәле ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын;

17 ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм төптәрен, ихата ҡапҡаһы өсөн ҡорманы;

18 Изге сатыр ҡаҙыҡтарын һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтарҙы, уның бауҙарын,

19 изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре эшләһен.

20 Исраил халҡы Муса янынан таралышты.

21 Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде.

22 Теләгәндәрҙең һәммәһе лә – ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – алтын әйберҙәрен: ҡаптырма, алҡа, йөҙөк, мунсаҡтарын килтерҙе. Улар был алтынды Раббыға һелкетмә ҡорбан булараҡ алып килде.

23 Кемдә булған, шулар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен, кәзә дебете, ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күн алып килде.

24 Хәленән килгәндәр Раббыға иғәнәгә көмөш йәки баҡыр килтерҙе. Кемдә эшкә ярарлыҡ сәрүәр ағасы булған, шуны әжер ҡылды.

25 Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен иләп алып килде.

26 Ҡулынан килгән һәм теләк белдергән бүтән ҡатындар кәзә дебете иләне.

27 Ырыу башлыҡтары эфод менән түшлекте биҙәр өсөн оникс һәм башҡа аҫыл таштар,

28 шулай уҡ хуш еҫле матдәләр, яҡтыртыу, мәсехләү һәм төтәтеү өсөн май алып килде.

29 Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе.


Бесалил менән Оһолиав оҫта

30 Муса Исраил халҡына былай тине: – Белегеҙ: Раббы, Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып,

31 уға Алла рухы иңдерҙе, зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙе.

32 Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә,

33 тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта.

34 Раббы уға, шулай уҡ Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавҡа башҡаларҙы өйрәтеү һәләте бирҙе.

35 Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan