Сығыу 34 - Изге ЯҙмаКилешеүҙе яңыртыу 1 Раббы Мусаға былай тине: – Элеккеләренә оҡшатып, ике таҡтаташ юн. Мин унда һин ярған теге таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын. 2 Иртәнсәккә әҙер бул. Иртәнсәк Синай тауына мен дә тау башында Минең хозурыма баҫ. 3 Һинең артыңдан берәү ҙә эйәрмәһен, был тауҙа берәү ҙә күренмәһен. Тау итәгендә мал-тыуар ҙа йөрөмәһен. 4 Муса, Раббы ҡушҡанса, таштан элеккеһенә оҡшатып ике таҡтаташ юнды һәм таң һарыһынан, ҡулына таҡтаташтарын тотоп, Синай тауына күтәрелде. 5 Раббы болот эсендә аҫҡа төштө, Муса алдына баҫып, Үҙенең «Раббы» исемен әйтте. 6 Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла. 7 Мөхәббәтен меңенсе быуынға ҡарата ла һаҡлай; ғәйептәрҙе, гонаһтарҙы һәм енәйәттәрҙе ғәфү итә. Әммә ғәйеплене ғәйепһеҙ тип танымай: аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалар. 8 Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды 9 һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал. 10 – Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер. 11 Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен. 12 Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ! 13 Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ. 14 Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй. 15 Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ. 16 Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр. 17 Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама. 18 Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ. 19 Бөтә тәү тыуғадар Минеке. Һыйырҙыҡы булһынмы, һарыҡтыҡымы – тәүге түлдән тыуған иркәк мал – Миңә. 20 Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен. 21 Алты көн эшлә, етенсе көнөнә ял ит, хатта һөргән һәм урған сағыңда ла эшеңде туҡтатып тор. 22 Бойҙайҙың тәүге уңышын йыйғас, Аҙналар байрамын үткәр. Йыл аҙағында Уңыш йыйыу байрамын үткәр. 23 Бөтә ир-егеттәрегеҙ йылына өс тапҡыр бөйөк Хаким алдына – Исраил Аллаһы Раббы хозурына килеп баҫырға тейеш. 24 Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ. 25 Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Ҡотҡарылыу байрамына килтерелгән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын. 26 Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә. 27 Раббы Мусаға: – Был һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй, – тине. – Был – Мин һинең менән һәм исраилдар менән төҙөгән килешеүҙең шарттары. 28 Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы. Мусаның Синай тауынан төшөүе 29 Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине. 30 Һарун менән Исраил халҡы, Мусаның йөҙөнән нур сәселгәнен күргәс, уға яҡынайырға ҡурҡты. 31 Муса уларҙы эргәһенә саҡырҙы. Һарун менән йәмғиәт башлыҡтары уға яҡын килде, һәм Муса һүҙ башланы. 32 Шунан ҡалған исраилдар ҙа килде. Муса уларға Раббының Синай тауында үҙенә белдергән бөтә бойороҡтарын бәйән итте. 33 Улар менән һөйләшеп бөткәндән һуң, йөҙөнә япма япты. 34 Һәр саҡ, Раббы менән һөйләшер өсөн Уға яҡынайғанда, Муса йөҙөнән япманы алыр булды. Әйләнеп ҡайтҡас, Исраил халҡына Раббы үҙенә бойорғандарҙы хәбәр итер, 35 Исраил халҡы уның йөҙөнән нур һибелгәнен күрер ине. Муса, Раббы менән киләһе һөйләшкәнгә тиклем, йөҙөн йәнә япма менән ябыр булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia