Сығыу 32 - Изге ЯҙмаАлтын башмаҡ 1 Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ. 2 Һарун уларға: – Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо. 3 Кешеләр Һарунға алтын алҡаларын сисеп бирҙе. 4 Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты. 5 Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте. 6 Иртәгәһенә иртәнсәк халыҡ тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны салды. Шунан ашарға-эсергә керештеләр, артабан инде күңел асырға тотондолар. 7 Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо. 8 Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр. 9 Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре. 10 Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине. 11 Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана? 12 Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә! 13 Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең. 14 Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты. 15 Муса боролдо ла тауҙан төшә башланы. Ул ҡулына ике яғына ла килешеү һүҙҙәре яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. 16 Уларҙы Алла Үҙе эшләне, ундағы яҙыуҙарҙы ла Үҙе уйып яҙҙы. 17 Йушағ, кешеләрҙең ҡысҡырышҡанын ишетеп, Мусаға: – Тупламда һуғыш шауы ишетелә, – тине. 18 Муса былай тип яуапланы: – Был еңеү ауазы түгел, Еңелеү иңрәүе лә түгел был! Мин типтереү йырҙары ишетәм! 19 Тупламға яҡынайыу менән Муса үгеҙ башмаҡ һынын, халыҡтың бейешкәнен күрҙе. Асыуы ялҡынланып, ҡулындағы таҡтаташтарҙы тау итәгендә ергә күтәреп бәрҙе лә улар селпәрәмә килеп ватылды. 20 Халыҡ яһаттырған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙы, туҙанға әйләнгәнсе онтаны. Онтағын һыуға һибеп, уны исраилдарға эсерҙе. 21 – Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан. 22 – Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең. 23 Улар миңә: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тинеләр. 24 Мин уларға: «Кемегеҙҙә алтын бар, килтерегеҙ», – тинем. Алып килделәр. Мин алтынды утҡа ташланым да бына ошо үгеҙ башмаҡ килеп сыҡты. 25 Муса халыҡтың бәйҙән ысҡынғанын, Һарундың дошмандар алдында көлкөгә ҡалыуға юл ҡуйғанын күрҙе. 26 Тупламдың ҡапҡа төбөнә баҫып, Муса: – Кемдәр Раббы яҡлы? Минең яныма килегеҙ! – тип бойорҙо. Бөтә Леви нәҫеле уның тирәһенә йыйылды. 27 Муса уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы әйтә: «Ҡылыстарығыҙҙы алығыҙ ҙа туплам буйлап ҡапҡанан-ҡапҡаға тиклем үтегеҙ. Һәр кем туғанын үлтерһен, дуҫын үлтерһен, күршеһен үлтерһен». 28 Леви нәҫелдәре Мусаның бойороғон үтәне: был көндө өс меңгә яҡын кеше ҡырылды. 29 – Бөгөн, – тине Муса, – һеҙҙең һәр берегеҙ улының һәм ағай-энеһенең йәне аша үҙен Раббы өсөн хеҙмәткә бағышланы. Бөгөн һеҙгә фатиха бирелер. 30 Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине. 31 Муса, Раббы янына ҡабат барып: – Был халыҡтың гонаһы ҡот осҡос ауыр: улар үҙҙәренә алтындан илаһ яһаған, – тине. – 32 Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. Ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла. 33 – Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. – 34 Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын. 35 Раббы үгеҙ башмаҡ һыны – теге, Һарун яһаған үгеҙ башмаҡ һыны өсөн – Исраил халҡын бәләгә ҡалдырҙы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia