Сығыу 28 - Изге ЯҙмаҠаһиндар өсөн кейем 1 Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын. 2 Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә. 3 Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн, Һарунға кейем әҙерләһендәр. 4 Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был. 5 Оҫталар алтын, шулай уҡ зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен ҡулланһын. Эфод 6 Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептәргә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын ептәр ҡушып, оҫта итеп эшләһендәр. 7 Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тегелһен. 8 Эфодтың билғауы, эфод һымаҡ уҡ, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, нәҙек етендән һуғылырға тейеш; эфод менән ул бер бөтөн булһын. 9 Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ. 10 Уларҙың олоһонан башлап, бер ташҡа – алты, икенсе ташҡа алты исем яҙылһын. 11 Был таштарға Исраил улдарының исемдәрен оҫта ырыусы мөһөр уйған һымаҡ итеп яҙ. Был таштарҙы алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙер ҙә 12 эфодтың яурынсаларына беркет: был таштар – Исраил улдары хаҡында иҫтәлек. Раббыға Исраил халҡын хәтерләтеп торһон өсөн, Һарун уларҙың исемдәрен иңдәрендә йөрөтһөн. 13 Алтындан оҫта итеп тирәсәләр эшлә, 14 саф алтындан ишеп ике бау яһа һәм уларҙы тирәсәләргә беркетеп ҡуй. Түшлек 15 Раббы ҡарары өсөн оҫта итеп түшлек эшлә. Ул эфод һымаҡ уҡ алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән булһын. 16 Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш ҙурлығында дүрткел булһын. 17 Унда аҫыл таш һалырлыҡ дүрт рәт оя эшлә. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт; 18 икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас; 19 өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист; 20 дүртенсе рәттә һары яҡут, оникс һәм йәшмә булыр. Уларҙың бөтәһен дә алтын тирәсәгә урынлаштыр. 21 Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын. 22 Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшлә. 23 Ике алтын дүңгәләк эшлә һәм, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркетеп, 24 ике алтын сылбыр ярҙамында 25 ике тирәсәгә тоташтыр, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркет. 26 Ике алтын дүңгәләк эшлә лә уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркет. 27 Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән беркет. 28 Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгән булһын – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып торһон. 29 Һарун, мөҡәддәс урынға кергән саҡта, Исраил улдарының исемдәрен Раббы алдында даими хәтерләтеп тороу билгеһе итеп, һәр саҡ күкрәгендә – түшлектә – йөрөтһөн. 30 Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн. Ҡаһиндың башҡа кейемдәре 31 Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан булһын. 32 Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым булһын. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелһен. 33 Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшлә һәм уларҙы ябынса итәгенә уратып тек, уларҙың араһына алтын ҡыңғырауҙар таҡ. 34 Был алтын ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ябынса салғыйының буйынан-буйына сиратлашып барырға тейеш. 35 Һарун был кейемде ҡаһин хеҙмәтен үтәгәндә кейһен. Ул изге урынға, Раббы хозурына, кергәндә һәм сыҡҡанда ҡыңғырауҙарҙың сыңлауы ишетелеп торһон, юҡһа ул харап буласаҡ. 36 Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ. 37 Уны сәллә өҫтөнән зәңгәр бау менән беркетеп ҡуй. 38 Исраил халҡы Раббыға бағышлап изге ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер. 39 Һарун өсөн нәфис етендән күлдәк тек, нәфис етендән сәллә эшлә һәм биҙәкле билғау һуҡ. 40 Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр. 41 Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр. 42 Билдән теҙгә тиклем ҡаплап торорлоҡ итеп етендән эске ыштан тектер. 43 Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia