Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 26 - Изге Яҙма


Изге сатыр

1 Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.

2 Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булһын. Бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә булырға тейеш.

3 Биш шаршау бергә, бер киҫәккә, ҡалған бишәүһе шулай уҡ бергә беркетелһен.

4 Беренсе киҫәктең ситке иңе буйлап зәңгәр элмәктәр, шулай уҡ икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап та шундай уҡ элмәктәр эшлә.

5 Бер киҫәктең ситке иңендә илле, икенсе киҫәктең ситке иңендә тағы ла илле элмәк булырға тейеш: бер элмәк ҡаршыһында – икенсе элмәк.

6 Алтындан илле ҡаптырма эшлә. Ҡаптырмалар менән шаршауҙарҙы беркет тә бер бөтөн итеп йый – Изге сатыр хасил булыр.

7 Изге сатырҙы ҡаплау өсөн кәзә дебетенән һуғылған ун бер япма эшлә.

8 Һәр япманың буйы утыҙ, иңе дүрт терһәк; ун бере лә бер үлсәмдә булһын.

9 Шуларҙың бишәүһен бергә, тағы алтауһын бергә беркет; алтынсыһын уртаға бүлеп һал – ул ингән ерҙә һәленеп торор.

10 Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк эшлә.

11 Илле баҡыр ҡаптырма эшлә, уларҙы элмәккә ҡаптыр һәм, бер бөтөн япма килеп сыҡһын өсөн, ике киҫәкте бер-береһенә беркет.

12 Япманың оҙонлоғонан артып ҡалғаны – ярты иң – Изге сатырҙың артҡы яғынан аҫылынып төшһөн.

13 Япманың ике яғынан да бер терһәккә артып ҡалған өлөштәре Изге сатырҙың ян-яҡтарын ҡаплап торорға тейеш.

14 Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшлә: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән булһын.

15 Изге сатыр өсөн сәрүәр ағасынан рамдар яһа:

16 һәр рамдың буйы ун терһәк һәм иңе терһәк ярым булһын.

17 Рамдарҙы бер-береһенә беркетер өсөн һәр ҡайһыһының ике сығынтыһы булһын. Изге сатырҙың барлыҡ рамдары ла шул рәүешле эшләнһен.

18 Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғы өсөн егерме рам

19 һәм улар аҫтына ҡырҡ көмөш төп – һәр рам аҫтына икешәр төп, уның һәр сығынтыһына бер төп эшлә.

20 Шулай уҡ Изге сатырҙың икенсе, төньяҡҡа ҡараған яғы өсөн дә егерме рам

21 һәм ҡырҡ көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп эшлә.

22 Изге сатырҙың артҡы, көнбайыш яғы өсөн алты рам,

23 артҡы мөйөштәре өсөн – тағы ике рам яһа,

24 улар аҫҡы яҡтан икегә айырылған, ә өҫтән (беренсе дүңгәләк торған ерҙән) бөтөн булырға тейеш. Бындай рамдар икәү булһын – һәр мөйөштә берәр.

25 Был һигеҙ рамға ун алты көмөш төп кәрәк – һәр береһенең аҫтына икешәр төп.

26 Сәрүәр ағасынан Изге сатырҙың бер яғы буйлап рамдарҙы тоташтырыу өсөн – биш,

27 икенсе яғы буйлап биш һәм уның артҡы, көнбайыш яғы өсөн биш һайғау әҙерлә.

28 Уртансы һайғау сатырҙың бер башынан икенсе башына тиклем һуҙылған рамдарҙы тоташтырырға тейеш.

29 Рамдарҙы алтын менән көплә һәм уларға һайғауға нығытыу өсөн алтын дүңгәләктәр беркет тә һайғауҙы алтын менән көплә.

30 Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.

31 Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик.

32 Уны сәрүәр ағасынан эшләнеп, алтын менән көпләнгән дүрт бағананың алтын ырғаҡтарына эл. Был бағаналар дүрт көмөш төптә торһон.

33 Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон.

34 Иң мөҡәддәс урындағы Килешеү һандығы өҫтөнә ҡапҡас ҡуй.

35 Пәрҙә алдына – изге икмәк өсөн өҫтәл, өҫтәл ҡаршыһына шәмдәл ҡуй. Шәмдәл – Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғында, өҫтәл төньяғында торорға тейеш.

36 Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.

37 Ҡорманы элеү өсөн сәрүәр ағасынан биш бағана эшлә һәм алтын менән көплә. Ырғаҡтары ла алтын булһын. Бағаналар өсөн баҡырҙан биш төп ҡой.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan