Сығыу 16 - Изге ЯҙмаМайҙә менән бүҙәнәләр 1 Исраил йәмғиәте Элимдан ҡуҙғалып китте. Мысырҙан сыҡҡандың икенсе айының ун бишенсе көнөндә улар Элим менән Синай тауы араһында ятҡан Син сүленә килеп туҡтаны. 2 Бында ла бөтә Исраил йәмғиәте Муса менән Һарунға дәғүә белдерә башланы. 3 – Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ! 4 Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы? 5 Ә алтынсы көндө йыйғандарын әҙерләй башлағас, ул башҡа көндәрҙәгенән ике тапҡырға күберәк булыр. 6 Муса менән Һарун Исраил халҡына: – Бөгөн кис һеҙҙе Мысырҙан Раббы сығарғанын белерһегеҙ, – тинеләр. – 7 Ә иртәнсәк Раббының шөһрәтен күрерһегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең Үҙенән зарланғанығыҙҙы ишетте. Ә беҙ шул тиклем кем? Ниңә беҙ икәүгә дәғүә белдерәһегеҙ? 8 – Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ! 9 Муса Һарунға былай тине: – Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйт: Раббы хозурына баҫһындар, сөнки Раббы уларҙың ризаһыҙлығын ишеткән. 10 Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде. 11 Раббы Мусаға: 12 – Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. 13 Кисен туплам өҫтөнә бүҙәнәләр осоп килеп тулды, иртәнсәк туплам тирәләй ысыҡ төштө. 14 Ысыҡ кипкәс, сүл өҫтөн бәҫ һымаҡ ваҡ ҡына ярма кеүек нәмә ҡаплап алғанын күрҙеләр. 15 Быны күреп, исраилдар бер-береһенән: «Нимә был?» – тип һораша башланылар. – Раббы һеҙгә ризыҡ итеп биргән икмәк был, – тине Муса уларға. – 16 Раббының һеҙгә бойороғо шундай: һәр кем ашап бөтөрлөк кенә йыйһын – сатырҙағы йән башына берәр ғомерҙан артмаһын. 17 Исраилдар шулай эшләне: кемдер күберәк, кемдер әҙерәк йыйҙы, 18 ләкин үлсәгәндә, күберәк йыйғандың – артығы, аҙыраҡ йыйғандың кәме булманы: һәр кем ашап бөтөрлөгөн йыйғайны. 19 Муса уларға: – Бер кем дә быны иртәгәгә ҡалдырмаһын, – тине. 20 Ҡайһы берәүҙәр уны тыңламаны, йыйған тәғәмдәренең бер өлөшөн иртәнсәккә ҡалдырҙы, ләкин ул ҡортлап һаҫыны. Муса уларға асыуланды. 21 Иртә һайын һәр кем ашап бөтөрлөк кенә йыйҙы. Йыйылмай ҡалғанын көндөҙ ҡояш иретеп юҡҡа сығарҙы. 22 Аҙнаның алтынсы көнөндә икеләтә күберәк, кеше башына икешәр ғомер йыйҙылар. Йәмғиәт башлыҡтары был хаҡта Мусаға килеп әйткәс, 23 Муса уларға: – Быны Раббы шулай ҡушты: иртәгә – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Бөгөн теләгәнсә бешерегеҙ, теләгәнсә төшөрөгөҙ, артҡанын иртәгәгә ҡалдырығыҙ, – тине. 24 Муса ҡушҡанса, артҡанын иртәгәгә ҡалдырҙылар. Был юлы ҡалдырған тәғәм һаҫыманы ла, ҡортламаны ла. 25 – Быны бөгөн ашағыҙ, – тине Муса, – сөнки Раббының шәмбеһе бөгөн. Был көндө сүлдә ризыҡ таба алмаҫһығыҙ. 26 Алты көн йыйығыҙ, ә етенсе көн – шәмбе; ул көндө бер нәмә лә таба алмаҫһығыҙ. 27 Ҡайһы берәүҙәр аҙнаның етенсе көнөндә лә йыймаҡ булып сыҡҡайны, бер нәмә лә таба алманы. 28 Раббы Мусаға: – Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. – 29 Ҡарағыҙ, Раббы һеҙгә шәмбе көнөн бирҙе. Шуға ла аҙнаның алтынсы көнөндә һеҙгә ике көнлөк икмәк ебәрә. Етенсе көндө һәр кем үҙ өйөндә ҡалһын, бер ергә лә бармаһын. 30 Шул рәүешле, етенсе көндө халыҡ ял итте. 31 Исраил халҡы был тәғәмде майҙә тип атаны. Ул ап-аҡ, кориандр орлоғона оҡшаған булып, тәме менән баллы йоҡа көлсәне хәтерләтә ине. 32 Муса былай тине: – Раббы: «Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта, сүлдә нимә менән ризыҡландырғанымды быуындан-быуынға күрһендәр өсөн, бер ғомер майҙәне һаҡлауға һалып ҡуйығыҙ», – тип бойорҙо. 33 – Бер һауыт алып, уға бер ғомер майҙә тултыр ҙа, быуындан-быуынға һаҡлар өсөн, Раббы хозурына ултыртып ҡуй, – тине Муса Һарунға. 34 Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы. 35 Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды. 36 Бер ғомер – эфаның ундан бер өлөшө. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia