Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сығыу 1 - Изге Яҙма


Мысырҙа исраилдарҙы аяуһыҙ иҙеү

1 Бына аталары Яҡуп менән бергә ғаиләләрен алып Мысырға килгән улдарының исемдәре:

2 Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә,

3 Исасхар, Зевулун, Бинйәмин,

4 Дан, Нафтали, Ғад һәм Ашер.

5 Яҡуп нәҫеленән барлығы етмеш кеше булып, Йософ ул заманда Мысырҙа йәшәй ине инде.

6 Йылдар үткәс, Йософ вафат була, уның ағалары һәм ҡустылары, уларҙың бөтә быуыны үлеп бөтә.

7 Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.

8 Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы.

9 Ул үҙ халҡына: – Ҡарағыҙ әле, исраилдар ҡайһылай ишәйгән, улар беҙҙән ҡеүәтлерәк.

10 Тағы ла артмаһындар өсөн, әйҙә, берәй әмәлен табайыҡ. Юғиһә, һуғыш-фәлән сыға ҡалһа, дошмандар менән берләшеп, беҙгә ҡаршы ҡорал күтәрерҙәр, илде ташлап китерҙәр, – тине.

11 Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.

12 Ләкин Исраил халҡын ни хәтлем нығыраҡ ғазаплаһалар, улар шул тиклем тиҙерәк ишәйҙе. Шуға ла мысырҙар уларҙан ҡурҡа башланы

13 һәм һис аяу белмәй эшләтте.

14 Исраил халҡының бөтә ғүмере интектергес әсе эштән ғибәрәт булды: улар балсыҡ баҫты, кирбес һуҡты, ҡырҙа бил бөктө, башҡа төрлө эштәр башҡарҙы – һис йәлләп торманылар уларҙы.

15 Мысыр батшаһы кендек инәһе булған ғиври ҡатындарына – уларҙың береһенең исеме Шифра, икенсеһенеке Пуға ине:

16 – Ғиври ҡатындары бала тапҡанда ҡарағыҙ, малай тыуһа – үлтерегеҙ, ҡыҙ бала тыуһа – иҫән ҡалдырығыҙ, – тине.

17 Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне.

18 Мысыр батшаһы уларҙы яңынан саҡыртып алды ла: – Ниңә һеҙ шулай итәһегеҙ? – тип һораны. – Нишләп ир балаларҙы иҫән ҡалдыраһығыҙ?

19 – Ғиври бисәләре Мысыр ҡатындары һымаҡ түгел, уларҙың һаулыҡтары ныҡ, кендек инәһе килеп еткәнсе үк баланан ҡотолоп ҡуялар, – тип яуапланы улар фирғәүенгә.

20-21 Кендек инәләре Үҙенә буйһонғанға күрә, Алла уларға мәрхәмәт ҡылды: уларҙы ғаиләле итте. Ә Исраил халҡы артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә барҙы.

22 Фирғәүен шул саҡ үҙ халҡына былай тип бойорҙо: – Ғивриҙәрҙең яңы тыуған ир балаларын Нил һыуына ташлағыҙ, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan