Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Сефанъяһ 1 - Изге Яҙма

1 Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине.


Раббының ер йөҙөн хөкөм итеүе

2 Раббы былай тип белдерә: «Ер йөҙөнән бар нәмәне һепереп түгәм, –

3 Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –

4 Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым.

5 Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,

6 Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».

7 Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша. Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.

8 «Ул ҡорбан көнөндә, – ти Раббы, – Мин түрәләрҙе һәм батша улдарын, Сит ҡәүемдәр һымаҡ кейенгәндәрҙең барыһын язалайым.

9 Ул көндө Мин тупһа аша һикергән һәр кемде, Шулай уҡ хужаларының йортон Золом һәм алдаҡ менән тултырғандарҙы язалайым.

10 Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.

11 Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер.

12 Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым.

13 Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ, Йорттары харабаға әйләнәсәк. Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр, Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр».

14 Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.

15 Ул көн булыр асыу көнө, Ҡайғы һәм ғазап көнө, Емереклек, харабалар көнө, Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө, Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө.

16 Нығытмалы ҡалаларға, Бейек-бейек ҡәлғәләргә янап, Яуға саҡырып борғо ҡысҡыртыр, Һуғыш орандары яңғыратыр көн был.

17 «Кешеләргә бәлә күндерермен, Һуҡыр һымаҡ ҡайҙа барғандарын белмәҫтәр, Сөнки Миңә ҡаршы гонаһ ҡылдылар, – ти Раббы. – Шуға күрә ҡандары һыу һымаҡ ағыр, Эсәктәре тиреҫ һымаҡ туҙрап ятыр.

18 Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan