Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Руҫ китабы 2 - Изге Яҙма


Рут менән Боғаздың осрашыуы

1 Ноғомиҙың ире Әлимәләхтең үҙе менән бер нәҫелдән Боғаз тигән туғаны булып, ул бай һәм хөрмәтле кеше ине.

2 Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми.

3 Шулай итеп, Рут баҫыуға китте, ураҡсылар артынан башаҡ йыя башланы. Баҡһаң, был баҫыу Әлимәләх нәҫеленән булған Боғаздыҡы булып сыҡты.

4 Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.

5 Боғаз ураҡсыларға күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгән хеҙмәтсеһенән: – Анау йәш ҡатын кемдеке ул? – тип һораны.

6 Хеҙмәтсе уға: – Был Ноғоми менән Моав иленән килгән Моав ҡыҙы ул, – тине. –

7 Минән: «Ураҡсыларҙан һуң көлтәләр араһында ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйырға рөхсәт итһәгеҙ ине», – тип һорағайны. Иртә таңдан килеп, шунан бирле туҡтамай, сатырға ла инмәй тиерлек.

8 – Ҡара әле, ҡыҙым, – тине Боғаз Рутҡа. – Башаҡ сүпләргә башҡалар баҫыуына йөрөмә, ошонан китмә, минең ураҡсы ҡатындар янында йөрө.

9 Ураҡсылар ҡайһы баҫыуҙа ура, шулар артынан йөрө. Мин үҙемдең кешеләргә ныҡлап әйттем: һине йәберләмәҫтәр. Һыуһаһаң, һыуҙы хеҙмәтселәрем алып килгән һауыттан эс, – тине.

10 Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны.

11 Боғаз уға: – Ирең үлгәндән һуң ҡәйнәңде нисек баҡҡаныңды миңә һөйләнеләр, атай-әсәйеңде, тыуған илеңде ҡалдырып, бығаса үҙең белмәгән-күрмәгән халыҡ араһында йәшәргә килгәнһең.

12 Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.

13 Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине.

14 Төшкө аш мәле еткәс, Боғаз уға: – Кил, ултыр, ашап-эсеп ал, – тине. – Икмәгеңде шарап һеркәһенә манып аша. Рут ураҡсылар менән йәнәш ултырҙы, Боғаз уға ҡурмас бирҙе. Ҡатын туйғансы ашаны, алдынан артып та ҡалды.

15 Шунан һуң Рут ҡойолған башаҡтарҙы йыя китте. Боғаз иһә кешеләренә: – Көлтә араһында ҡалған башаҡтарҙы ла сүпләһен: теймәгеҙ уға.

16 Көлтә бәйләгән саҡта, юрамал башаҡтарҙы төшөрөп ҡалдырығыҙ – йыйһын, уға һүҙ әйтмәгеҙ, – тине.

17 Рут кискә тиклем башаҡ сүпләне. Йыйғанын һуғып алғас, бер эфа тирәһе арпа сыҡты.

18 Шунан ул арпаны алып ҡалаға ҡайтты һәм йыйған ашлығын ҡәйнәһенә күрһәтте. Төшкө аштан артып ҡалған ҡурмасты ла бирҙе.

19 Ҡәйнәһе уға: – Бөгөн ҡайҙа башаҡ йыйҙың? Ҡайҙа эшләнең? Һиңә яҡшылыҡ күрһәткән кешегә рәхмәт яуһын, – тине. Рут ҡәйнәһенә ҡайҙа эшләгәнен һөйләне: – Бөгөн мин баҫыуында башаҡ йыйған кешенең исеме Боғаз, – тине.

20 – Уға Раббының рәхмәте төшһөн! – тине Ноғоми килененә. – Ул иҫәндәрҙе лә, үлгәндәрҙе лә мәрхәмәтенән ҡалдырмай. Шунан: – Боғаз беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙан, ғаиләбеҙҙе үҙенең ҡурсалауы аҫтына алырға бурыслы йолоусыбыҙ, – тине.

21 Моав ҡыҙы Рут: – Ул миңә хатта: «Ураҡ бөткәнсе минең хеҙмәтселәрем янында йөрө», – тип әйтте, – тине.

22 Ноғоми килененә: – Ҡыҙым, уның ураҡсылары янында йөрөүең яҡшы, юҡһа икенсе баҫыуҙа һине рәнйетеүҙәре бар, – тине.

23 Рут, арпа һәм бойҙай урағы бөткәнсе Боғаздың ураҡсылары янында йөрөп, башаҡ сүпләне һәм ҡәйнәһе менән бергә йәшәне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan