Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Руҫ китабы 1 - Изге Яҙма


Аслыҡ һәм күсенеү

1 Исраилда хакимдар идара иткән осорҙа илдә йот башланды. Шул арҡала Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм тигән ҡаланан бер кеше ҡатыны һәм ике улы менән Моав еренә күсенде.

2 Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.

3 Ноғомиҙың ире Әлимәләх ошонда вафат булды, ҡатын улдары менән генә ҡалды.

4 Ике улы ла моав ҡыҙҙарына өйләнде: уларҙың береһенең исеме – Ғорпа, икенсеһенеке Рут ине. Ун йыл самаһы унда йәшәгәс,

5 Махлон менән Килйон да үлеп китте. Ноғоми ике улынан да, иренән дә мәхрүм ҡалды.


Бейт-Ләхәмгә ҡайтыу

6 Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.

7 Йәшәп ятҡан урындарын ташлап, ул килендәре менән Йәһүҙә тарафына йүнәлде. Китеп барышлай,

8 Ноғоми килендәренә: – Барығыҙ, әсәйҙәрегеҙ йортона ҡайтығыҙ. Һеҙ мәрхүмдәргә һәм миңә ҡарата игелекле булған кеүек, Раббы һеҙгә ҡарата ла мәрхәмәтле булһын.

9 Раббы һәр берегеҙгә яңы ир йортонда рәхәтлек табырға насип итһен, – тине. Ул хушлашып килендәрен үпте, ләкин улар ҡысҡырып илай-илай:

10 – Беҙ һинең менән барабыҙ, һинең халҡың араһында йәшәйбеҙ, – тинеләр.

11 Әммә Ноғоми: – Юҡ, ҡыҙҙарым, барығыҙ, ҡайтығыҙ. Минең менән барып һеҙгә ни фәтүә? Уларға сығырбыҙ, тиер инегеҙ, мин башҡаса улдар таба алмайым.

12 Бар, ҡайтығыҙ, ҡыҙҙарым, иргә барыр өсөн ҡартмын инде. Әгәр: «Бала табырға өмөтөм бар әле», – тип уйлаһам да, бөгөнгө төндө ир менән үткәреп, улдар тапһам да,

13 уларҙың ҙурайғанын көтөп, тормошҡа сыҡмай йөрөрһөгөҙмө ни? Юҡ, ҡыҙҙарым, бергә күтәрешер өсөн минең яҙмышым үтә әсенешле: сөнки Раббының ҡулы миңә ҡаршы.

14 Килендәре тағы ла нығыраҡ илай башланы. Ғорпа ҡәйнәһе менән үбешеп хушлашты ла китеп барҙы. Ә Рут, ҡәйнәһенә һыйынып, уның янында ҡалды.

15 Ноғоми уға: – Күрәһеңме, килендәшең үҙ халҡына, үҙ илаһтарына ҡайтырға булды, бар, һин дә уның менән кит, – тине.

16 Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.

17 Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы.

18 Ноғоми Руттың үҙе менән барырға ныҡлы ҡарар иткәнен аңланы һәм башҡаса уны өгөтләмәне.

19 Улар шулай бергәләшеп Бейт-Ләхәмгә юлланды, унда килеп еткәс, бөтә халыҡ уларға ҡарап хайран ҡалды, ҡатындар бер-береһенән: «Ысынлап та, Ноғомимы был?» – тип һорашты.

20 Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте!

21 Илемдән тулы сыҡҡайным, Раббы мине буш ҡул ҡайтарҙы. Ниңә һеҙ миңә Ноғоми тип өндәшәһегеҙ? Раббы миңә ҡаршы булды, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе мине хәсрәткә һалды, – тине.

22 Ноғоми моав килене Рут менән Моав иленән ана шулай ҡайтып төштө. Улар Бейт-Ләхәмгә килгән осорҙа арпа урағы башланғайны.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan