Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 8 - Изге Яҙма


Изге Рух буйынса йәшәү

1 Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ,

2 сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.

3 Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.

4 Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә – гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә – ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне.

5 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр – нәфселәре буйынса, ә Изге Рух буйынса йәшәүселәр Рух теләге буйынса фекер йөрөтә.

6 Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,

7 сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.

8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.

9 Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.

10 Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Уның Рухы һеҙгә йәшәү бирә.

11 Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.

12 Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ.

13 Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Ә Алла Рухы ярҙамында тәндең гонаһлы эштәрен үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.

14 Алла Рухы етәкселегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә – Алла балалары.

15 Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.

16 Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлап тора.

17 Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Хәҙерге ғазаптар һәм киләсәк дан

18 Иманым камил, беҙгә тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙ бер ни ҙә түгел.

19 Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла, Алла Үҙенең балаларын ҡасан күрһәтер икән, тип сабырлыҡ менән көтә.

20-21 Алла бар иткән бөтә нәмә мәғәнәһеҙлеккә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Әммә Алла яратҡан бөтә нәмәнең дә, фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашыуға ышанысы бар.

22 Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.

23 Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.

24 Беҙ шул өмөт менән ҡотолдоҡ, әммә был – әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күреүгә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай, сөнки үҙе күреп торған нәмәгә кем өмөтләнһен?

25 Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.

26 Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

27 Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға ялына.

28 Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.

29 Алла кемдәрҙе алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш итергә алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.

30 Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән.


Алланың Ғайса Мәсих аша күрһәткән мөхәббәте

31 Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?

32 Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?

33 Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит!

34 Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

35 Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?

36 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең хаҡыңа үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, салыу һарығылай һаналабыҙ».

37 Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.

38 Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә,

39 бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan