Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 7 - Изге Яҙма


Ҡанун өсөн үлеләр

1 Эй имандаштар, һеҙ беләһегеҙ бит – мин ҡанунды белгәндәргә әйтәм – әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә.

2 Мәҫәлән, ирле ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун буйынса уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат була.

3 Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ир менән булһа, был зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай.

4 Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.

5 Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине.

6 Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға иҫкесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса, йәғни Изге Рух етәкселегендә, хеҙмәт итәбеҙ.


Ҡанун һәм гонаһ

7 Инде нимә тип әйтәйек? Ҡанун үҙе гонаһмы ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Көҫәмә!» тигән тыйыу булмаһа, көҫәүҙең нимә икәнлеген дә белмәҫ инем.

8 Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле.

9 Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде,

10 һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле бойороҡ минең үлемемә сәбәпсе булды,

11 сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе.

12 Әммә ҡанун үҙе – изге, бойороҡ та изге, ғәҙел, яҡшы.

13 Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде.


Гонаһ менән көрәшеү

14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм.

15 Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә нимәне күрә алмаһам, шуны ҡылам.

16 Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанундың яҡшы булыуы менән килешәм.

17 Быларҙы инде мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла ла баһа.

18 Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.

19 Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам.

20 Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, уны мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.

21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.

22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым,

23 әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора.

24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы?

25 Шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән – гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan