Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 16 - Изге Яҙма


Сәләмдәр

1 Һеҙгә Кәнхреайҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы булған ҡыҙ имандашыбыҙ Фойбены тәҡдим итәм.

2 Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.

3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.

4 Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.

5 Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ.

6 Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ.

7 Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроникус менән Йүниәгә сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.

8 Раббыбыҙ Ғайсала минең ғәзиз дуҫым булған Амплиатусҡа сәләм әйтегеҙ.

9 Мәсихтә беҙҙең менән хеҙмәт итеүсе Урбаносҡа һәм ҡәҙерле дуҫым Стахусҡа сәләм белдерегеҙ.

10 Мәсихкә тоғролоғон иҫбатлаған Апеллесҡа, Аристобулус йортондағыларға сәләм еткерегеҙ.

11 Яҡташым Һирудионға сәләм әйтегеҙ, Наркиссос йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ.

12 Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Труфайна менән Труфосаға ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персисҡа сәләмдәремде әйтегеҙ.

13 Раббы тарафынан һайланған Руфосты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек.

14 Асункритос, Флегон, Һермес, Патробас, Һермасҡа һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ.

15 Филологус менән Йүлиәгә, Нәриус менән уның һеңлеһенә, Олумпасҡа һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм.

16 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтә берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.


Һуңғы нәсихәттәр

17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ.

18 Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.

19 Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа килгәндә хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем.

20 Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

21 Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә.

22 Ошо хатты Паулус һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертиос та, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем.

23-24 Минең һәм бөтә имандаштар берҙәмлеге өсөн өйөнөң ишеге һәр саҡ асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Әрәстос, имандашыбыҙ Ҡыуартос һеҙгә сәләм ебәрә.

25-26 Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.

27 Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan