Римдарға 14 - Изге ЯҙмаИмандашыңды хөкөм итмә 1 Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ. 2 Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай. 3 Бөтә нәмәне ашаған кеше ашамағанына ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашағанды хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән. 4 Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Баҫып торамы ул, йығылып ятамы, үҙенең хужаһы хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек. 5 Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә. 6 Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған кеше лә быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә. 7 Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн үлмәй. 8 Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ. 9 Мәсих нәҡ үлеләр һәм тереләргә Хаким булыр өсөн үлде һәм терелде. 10 Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ. 11 Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үҙемдең барлығым менән ант итәм, – Минең алдымда һәр кем теҙ сүгәсәк, һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы». 12 Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ. Имандашыңды гонаһҡа ҡотортма 13 Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырырлыҡ һәм гонаһҡа ҡоторторлоҡ бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар ҡылайыҡ. 14 Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була. 15 Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит. 16 Алла һеҙгә биргән яҡшы нәмә хурланмаһын. 17 Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән тәҡүәлек, именлек һәм шатлыҡтан тора. 18 Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана. 19 Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ. 20 Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай. 21 Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы. 22 Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле. 23 Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй. Ә иман буйынса эшләнмәгән бөтә нәмә – гонаһ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia