Римдарға 10 - Изге ЯҙмаИсраил өсөн доға ҡылыу 1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам. 2 Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән. 3 Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар. 4 Мәсих ҡанундың маҡсатын ғәмәлгә ашырҙы һәм, һөҙөмтәлә, һәр иман тотоусы Алла тарафынан аҡланыу ала. Ҡотолоу – бөтәһе өсөн дә 5 Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә». 6-7 Ә иман аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тиелә: «Күккә кем менер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн). Йәки: «Упҡынға кем төшөр?» (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама. 8 Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һиңә яҡын, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул. 9 Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың. 10 Кем ысын йөрәктән ышана, шул Алла алдында тәҡүә булып һанала, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә. 11 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ». 12 Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. 13 «Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор». 14 Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр? 15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә. 16 Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?» 17 Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә. 18 Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты». 19 Тағы ла, Исраил халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә: «Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған ҡәүем аша көнсөллөк уятасаҡмын, аңһыҙ халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын». 20 Ә Ишағыяһ Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым». 21 Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia