Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Римдарға 1 - Изге Яҙма


Сәләмләү

1 Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.

2 Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Алла Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙә

3-4 Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында һөйләнелә. Мәсихтең кеше булараҡ сығышы Дауыт нәҫеленән ине, ә изгелек Рухы буйынса, үленән терелтелеүе менән, Ул Алланың ҡөҙрәтле Улы тип тәғәйенләнгән.

5 Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.

6 Ғайса Мәсихтеке булырға саҡырылғандар иҫәбендә һеҙ ҙә бар.

7 Рим ҡалаһында йәшәгән һәм Алланың изге халҡы булырға саҡырылған бөтә һөйөклөләренә Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Паулустың Римға барырға теләге

8 Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр уҡыйым, сөнки иманығыҙ тураһында бөтә донъяла һөйләйҙәр.

9 Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтә рухым менән хеҙмәт иткән Алла шаһит: һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алам

10 һәм, эргәгеҙгә барып сығырға Алла ихтыяр итһә ине тип, доғаларымда гел һорайым.

11-12 Изге Рухтан алған фатихамды һеҙҙең менән уртаҡлашып, һеҙҙе нығытыр, йәғни уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе ҡеүәтләндерер өсөн, һеҙҙе бик ныҡ күргем килә.

13 Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.

14 Мин мәҙәниәтлеләр һәм мәҙәниәтһеҙҙәр, белемлеләр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.

15 Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә лә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә атлығам.

16 Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте.

17 Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр».


Кешеләрҙең гонаһҡа төшөүе

18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара.

19 Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны уларға Үҙе асып бирҙе.

20 Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡеүәте һәм илаһилығы – донъя яратылғандан алып Ул бар иткән нәмәләр аша асыҡ аңлашыла һәм күренә. Шулай булғас, ул кешеләрҙең аҡланырға нигеҙе юҡ.

21 Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны.

22 Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр һәм

23 мәңге үлемһеҙ Алланың шөһрәтен үлемле әҙәмдәргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар.

24 Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын һәм бысраҡ теләктәре ҡарамағына ҡалдырҙы һәм улар бер-береһе менән үҙҙәренең тәнен мәсхәрә итә башланы.

25 Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин.

26 Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы.

27 Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, ҡылғандарына ярашлы язаһын алды.

28 Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.

29 Уларҙың күңеле һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ менән; көнсөллөк, үлтереш, ыҙғыш-талаш, алдау, яман ниәттәр менән тулған. Улар – ғәйбәтселәр,

30 яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ ҡылырға оҫталар, ата-әсәләренә буйһонмайҙар,

31 аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙҙәрендә тормайҙар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр.

32 Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan