Нөхәмияһ 13 - Изге ЯҙмаНөхәмияһтың үҙгәртеп ҡороуҙары 1 Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел, 2 сөнки улар Исраил халҡын икмәк һәм һыу менән ҡаршы алманы, уларҙы ҡәһәрләү өсөн Билғамды ялланы, әммә Аллабыҙ был ҡәһәрҙе фатихаға әйләндерҙе». 3 Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе. 4 Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә, 5 уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине. 6 Был хәлдәр булғанда мин Йәрүсәлимдә юҡ инем. Бабил батшаһы Артахшаста хакимлығының утыҙ икенсе йылында мин батша янына барғайным. Күпмелер ваҡыт үткәс, батшанан рөхсәт алып, 7 Йәрүсәлимгә ҡайттым. Әлйәшивтең яман эше – Алла йорто ихатаһында Товияһҡа бүлмә биреүе тураһында белдем. 8 Был мине бик ныҡ асыуландырҙы. Мин Товияһтың бөтә йорт әйберҙәрен бүлмәнән сығарып ташланым. 9 Минең бойороғом буйынса бүлмәләрҙе таҙарттылар һәм мин Алла йортоноң һауыт-һабаларын, икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмаланы кире индерҙем. 10 Бының өҫтәүенә мин левиҙәргә тигән өлөштөң бирелмәүен, үҙҙәренең хеҙмәтен башҡарған левиҙәр менән йырсыларҙың һәр береһе үҙ биләмәләренә ҡайтып бөтөүен белдем. 11 Мин бының өсөн түрәләргә шелтә яһаным һәм: – Ни өсөн Алла йорто ҡарауһыҙ ҡалдырылған? – тип һораным. Таралғандарҙы йыйып алып, вазифаларына кире ҡайтарҙым. 12 Йәһүҙә халҡының барыһы ла келәттәргә игендең, шарап һәм зәйтүн майының ундан бер өлөшөн килтерә башланы. 13 Келәттәргә хужа итеп мин ҡаһин Шәләмъяһты, кәтип Садоҡты, левиҙәрҙән Педаяһты, уларға ярҙамға Маттанъяһтан тыуған Заккур улы Хананды ҡуйҙым, сөнки улар тоғро кешеләр булып иҫәпләнә ине. Үҙҙәренең ҡәрҙәштәренә өлөш таратыу уларға йөкмәтелде. 14 Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине! 15 Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем. 16 Сығыштары менән Тирҙан булып, Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләр ҙә балыҡ һәм һәр төрлө тауар килтереп, шәмбе көндө Йәһүҙә халҡына һата ине. 17 Мин Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләренә: – Ниңә һеҙ ошондай золом ҡылып, шәмбе көнөн нәжесләйһегеҙ? 18 Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем. 19 Шунан һуң мин шәмбе көн алдынан эңер төшкәс Йәрүсәлим ҡапҡаларын бикләргә һәм шәмбе үткәнгә тиклем асмаҫҡа бойорҙом. Шәмбе көндө бер ниндәй йөк тә үтмәһен өсөн, ҡапҡалар янына хеҙмәтселәремде ҡуйҙым. 20 Сауҙагәрҙәр һәм һәр төрлө һатыу итеүселәр бер-ике тапҡыр Йәрүсәлимдән тышта төн үткәрҙе. 21 Мин уларҙы бик ҡаты әрләнем һәм: – Ниңә һеҙ диуар янында ҡунаһығыҙ? Тағы шулай эшләһәгеҙ, мин һеҙгә ҡарата көс ҡулланам, – тинем. Шул ваҡыттан алып, улар башҡаса шәмбе көндө килеп йөрөмәне. 22 Шунан мин левиҙәргә таҙарынып, шәмбе көнөнөң изгелеген һаҡлар өсөн, ҡапҡаларҙы ҡарауылларға килергә бойорҙом. Эй Аллам! Ошолар өсөн дә мине иҫеңә ал, икһеҙ-сикһеҙ тоғро мөхәббәтеңә күрә миңә шәфҡәт күрһәт. 23 Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән. 24 Шуға күрә уларҙың балаларының яртыһы ашдод йәки башҡа халыҡтарҙың телендә һөйләшә, ә йәһүд телен белмәй ине. 25 Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым. 26 – Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы. 27 Һеҙҙең ошондай ҙа ҙур золом ҡылыуығыҙҙы, сит ер ҡатындарын алып, Аллабыҙға хыянат итеүегеҙҙе ишетеү беҙгә аяныслы түгелме ни? 28 Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем. 29 Эй Аллам! Ошо әҙәмдәрҙең ҡылығын иҫеңдә тот, сөнки улар ҡаһинлыҡҡа, ҡаһиндар һәм левиҙәр килешеүенә тап төшөрҙө. 30 Бына шулай мин халыҡты сит ҡәүемдәргә хас бөтә нәмәнән таҙарындырҙым, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең һәр береһенә айырым вазифа йөкмәттем, 31 билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia