Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Нөхәмияһ 12 - Изге Яҙма


Левиҙәрҙең һәм ҡаһиндарҙың исемлеге

1 Былар әсирлектән Шеалтиил улы Зеруббавел һәм Йешуағ менән ҡайтҡан ҡаһиндар һәм левиҙәр: Сераяһ, Йермеяһ, Ғөзәйер,

2 Амаръяһ, Маллух, Хаттуш,

3 Шеханъяһ, Рехум, Меремоҫ,

4 Ғиддо, Гиннеҫой, Авияһ,

5 Миямин, Мағадъяһ, Билга,

6 Шемағъяһ, Йоярив, Йедағъяһ,

7 Саллу, Ғамок, Хилҡияһ, Йедағъяһ. Былар Йешуағ дәүерендәге ҡаһиндарҙың һәм уларҙың ҡәрҙәштәренең башлыҡтары ине.

8 Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ.

9 Ҡәрҙәштәре Бакбукъяһ менән Ғунни ғибәҙәт ваҡытында уларҙың ҡаршыһында тора торғайны.

10 Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,

11 Йоядағтың улы Йонаҫан, Йонаҫандың улы Яддуағ.

12 Йояҡим дәүерендә ҡаһиндарҙың нәҫел-нәсәп башлыҡтары түбәндәгеләр ине: Сераяһ нәҫеленән Мераяһ, Йермеяһ нәҫеленән Хананъяһ,

13 Ғөзәйер нәҫеленән Мешуллам, Амаръяһ нәҫеленән Йеһоханан,

14 Мелиху нәҫеленән Йонаҫан, Шеванъяһ нәҫеленән Йософ,

15 Харим нәҫеленән Ғадна, Мерайоҫ нәҫеленән Хелҡай,

16 Ғиддо нәҫеленән Зәкәрьяһ, Гиннеҫон нәҫеленән Мешуллам,

17 Авияһ нәҫеленән Зихри, Минйәмин менән Моғадъяһ нәҫеленән Пилтай,

18 Билга нәҫеленән Шаммуағ, Шемағъяһ нәҫеленән Йонаҫан,

19 Йоярив нәҫеленән Маттенай, Йедағъяһ нәҫеленән Ғуззи,

20 Саллай нәҫеленән Ҡаллай, Ғамок нәҫеленән Ғевәр,

21 Хилҡияһ нәҫеленән Хашавъяһ, Йедағъяһ нәҫеленән Неҫанил.

22 Әлйәшив, Йоядағ, Йоханан һәм Яддуағ көндәрендә левиҙәр ғаилә башлыҡтары сифатында һәм ҡаһиндар Фарсы батшаһы Дарий замандарына тиклем теркәлгән.

23 Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары йылъяҙмаға Әлйәшив улы Йоханан дәүеренә тиклем инеп ҡалған.

24 Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.

25 Маттанъяһ, Бакбукъяһ, Ғовадъяһ, Мешуллам, Талмон, Ғаҡҡув ҡапҡа һаҡсылары ине; улар ҡапҡаға яҡын келәттәрҙе ҡарауылланы.

26 Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.


Йәрүсәлим диуарын изгеләндереү

27 Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине.

28 Һәм бына Йәрүсәлимдең әйләнә-тирәһенән, Нетофа янындағы ауылдарҙан,

29 Бейт-Гилгалдан, Гевағ һәм Ғазмауыҫ яҡтарынан йырсылар йыйылды, сөнки йырсылар ауылдарын Йәрүсәлим тирәләй төҙөгәйне.

30 Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы.

31 Шунан һуң мин Йәһүҙә түрәләрен диуарҙың өҫтөнә сығарҙым һәм, шөкөрана мәҙхиәләре йырлар өсөн, ике ҙур төркөм тәғәйенләнем. Уларҙың береһе диуар буйлап уң яҡҡа, Тиреҫ ҡапҡаһына табан атланы.

32 Улар артынан Һошағъяһ менән Йәһүҙә түрәләренең яртыһы,

33 Ғазаръяһ, Ғөзәйер, Мешуллам,

34 Йәһүҙә, Бинйәмин, Шемағъяһ һәм Йермеяһ,

35 борғо ҡысҡыртыусы бер нисә ҡаһин, шулай уҡ Зәкәрьяһ барҙы. Зәкәрьяһ – Йонаҫан улы, Йонаҫан – Шемағъяһ, Шемағъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ – Михаяһ, Михаяһ – Заккур, Заккур Асаф улы ине.

36 Шулай уҡ Зәкәрьяһтың ҡәрҙәштәре Шемағъяһ, Ғазарил, Милалай, Гилалай, Мағай, Неҫанил, Йәһүҙә һәм Ханани Алла бәндәһе Дауыттың уйын ҡоралдарын күтәреп барҙы, ә ғилем эйәһе Ғөзәйер улар алдынан атланы.

37 Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр.

38 Икенсе төркөм диуар буйлап һул яҡҡа китте. Улар артынан халыҡтың яртыһы менән мин үҙем барҙым. Мейес манараһы янынан Киң диуарға тиклем,

39 Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.

40 Шунан шөкөрана мәҙхиәләре йырлаусы ике төркөм дә Алла йорто янында йыйылды. Мин һәм минең менән бергә түрәләрҙең яртыһы,

41 ҡаһиндар: Әлъяҡим, Мағасеяһ, Минйәмин, Михаяһ, Әлйоғынай, Зәкәрьяһ, Хананъяһ – улар борғолар тотҡайны –

42 Мағасеяһ, Шемағъяһ, Әлғазар, Ғуззи, Йеһоханан, Малкияһ, Ғелам һәм Ғезәр шунда торҙоҡ. Йырсылар яңғыратып йырланы; Израхъяһ башлап йырлаусы булды.

43 Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо.

44 Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:

45 улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, пакландырыу ғәмәлдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ йырсылар һәм ҡапҡа һаҡсылары Дауыт менән уның улы Сөләймән билдәләгән тәртип буйынса хеҙмәт итте.

46 Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине.

47 Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan