Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Нөхәмияһ 10 - Изге Яҙма

1 Мөһөрҙәрен баҫтылар: Хахалъяһ улы Нөхәмияһ – өлкә башлығы, Сидкияһ,

2 Сераяһ, Ғазаръяһ, Йермеяһ,

3 Пашхур, Амаръяһ, Малкияһ,

4 Хаттуш, Шеванъяһ, Маллух,

5 Харим, Меремоҫ, Ғовадъяһ,

6 Даниил, Гиннеҫон, Барух,

7 Мешуллам, Авияһ, Миямин,

8 Мағазъяһ, Билгай, Шемағъяһ – былар ҡаһиндар.

9 Левиҙәр: Азанъяһ улы Йешуағ, Хенадад нәҫеленән Биннуй, Ҡадмиил,

10 уларҙың ағай-энеләре: Шеванъяһ, Һодияһ, Ҡылита, Пелаяһ, Ханан,

11 Миха, Рехов, Хашавъяһ,

12 Заккур, Шеревъяһ, Шеванъяһ,

13 Һодияһ, Бани, Бенину.

14 Халыҡ башлыҡтары: Парғош, Пахаҫ-Моав, Ғелам, Затту, Бани,

15 Бунни, Ғазгад, Бевай,

16 Адонияһ, Бигуай, Ғадин,

17 Атер, Хизкияһ, Ғаззур,

18 Һодияһ, Хашум, Бесай,

19 Хариф, Ғанаҫоҫ, Невай,

20 Магпиғаш, Мешуллам, Хезир,

21 Мешезавил, Садоҡ, Яддуағ,

22 Пелатъяһ, Ханан, Ғанаяһ,

23 Һошеяғ, Хананъяһ, Хашшув,

24 Һаллохеш, Пилха, Шовеҡ,

25 Рехум, Хашавна, Мағасеяһ,

26 Ахияһ, Ханан, Ғанан,

27 Маллух, Харим, Бағана.


Килешеүҙең йөкмәткеһе

28 Шулай уҡ башҡа халыҡ, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Алла ҡануны хаҡына сит халыҡтарҙан айырылған һәммә кешеләр, уларҙың ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, бөтә аңлы кешеләр

29 үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.

30 Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ.

31 Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.

32 Беҙ үҙебеҙгә тағы Аллабыҙ йорто ихтыяжы өсөн йылына бер шекел көмөштөң өстән бер өлөшөн бирергә йөкләмә итеп алдыҡ.

33 Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр.

34 Беҙ, йәрәбә ташлап, ҡаһиндар, левиҙәр һәм халыҡ кемдең ҡасан Аллабыҙ йорто өсөн утын алып килергә тейешлеген билдәләнек. Ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына яғыр өсөн һәр нәҫел йыл һайын тәғәйен ваҡытта утын килтерәсәк.

35 Тағы шундай йөкләмә алдыҡ: йыл һайын Раббыбыҙ йортона тупрағыбыҙҙың һәм емеш ағастарыбыҙҙың тәүге уңышын бирергә;

36 шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә.

37 Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.

38 Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш.

39 Сөнки Исраил халҡы ла, левиҙәр ҙә саҙаҡаларын: иген, шарап, зәйтүн майын – Изге торлаҡтың һауыттары һәм Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың, ҡапҡа һаҡсыларының, йырсыларҙың кәрәк-яраҡтары һаҡланған келәттәргә илтергә тейеш. Аллабыҙ йортон ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan