Нахум 1 - Изге Яҙма1 Ниневе тураһында әүлиәлек. Әлҡоштан Нахумдың күренмеш китабы. Раббының Ниневегә асыуланыуы 2 Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай. 3 Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан. 4 Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр. 5 Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер. 6 Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала. 7 Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын, Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй. 8 Һыуҙан баҫтырып Ниневене юҡ итәсәк, Дошмандарын ҡараңғыға ырғытасаҡ Раббы. 9 Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да, Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ, Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ. 10 Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр. 11 Эй Ниневе, Раббыға ҡаршы золом уйлаған, Мәкер йөрөткән кеше һинән сыҡты. Раббы Үҙенең халҡын хуплай 12 Раббы былай ти: «Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам. 13 Муйыныңдан дошман ҡалыбын ватырмын, Бығауҙарыңды өҙөрмөн». Ашшур һәләкәткә дусар булыр 14 Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: «Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың». 15 Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia