Миха 5 - Изге Яҙма1 Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар. 2 Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә. 3 Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошмандарына бирәсәк. Һуңынан бөтә туғандары исраилдарға ҡайтасаҡ. 4 Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр. 5 Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр. Исраилдың дошмандар өҫтөнән тантанаһы 6 Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимруд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр. 7 Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр. 8 Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ. 9 Эй Исраил, ҡулың дошмандарыңдың өҫтөнә ҡалҡһын, Һиңә ҡаршы булғандарҙы тар-мар итһен. 10 «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Мин һинең аттарыңды юҡ итермен, Һуғыш арбаларыңды ҡырырмын. 11 Илеңдәге ҡалаларҙы тар-мар итеп, Бөтә ҡәлғәләрҙе емерермен. 12 Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн, Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр; 13 Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен, Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың. 14 Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ташлармын, Ҡалаларыңды ер менән тигеҙләрмен. 15 Баш бирмәҫ халыҡтарҙан Асыуланып-ярһып үс алырмын». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia