Миха 4 - Изге ЯҙмаРаббының бөтә донъяла тыныслыҡ урынлаштырасағы ( Ишғ 4:1-3 ) 1 Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр. 2 Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер. 3 Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ. 4 Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине. 5 Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ. 6 «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Сатанын да йыйырмын, ҡыуылғанын да, Үҙем бәләгә ҡалдырғанын да туплармын. 7 Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын. 8 Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр». 9 Әле һуң ниңә һөрән һалаһың? Әллә яныңда һинең батшаң юҡмы? Кәңәшселәрең һәләк булғанмы? Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, Ғазап кисерәһең түгелме? 10 Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр. 11 Әле иһә бихисап ҡәүемдәр Һиңә ҡаршы теш сарлайҙар: «Әйҙә, Сион оятҡа ҡалып нәжесләнһен, Үҙ күҙебеҙ менән күрәйек!» 12 Ләкин улар Раббының ниәтен белмәй, Уның маҡсатын аңламай, Ырҙынға йыйылған көлтә һымаҡ, Раббы бит уларҙы һуғырға йыйып килтерҙе. 13 «Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia