Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 24 - Изге Яҙма


Ахырызаман билдәләре
( Мрк 13:1-31 ; Лк 21:5-33 )

1 Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, Уға Алла йортоноң биналарын күрһәтер өсөн, янына шәкерттәре килде.

2 Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.

3 Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

4 Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!

5 Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.

6 Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.

7 Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,

8 әммә быларҙың барыһы ла – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына.

9 Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.

10 Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.

11 Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.

12 Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр.

13 Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.

14 Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.

15 Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),

16 Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.

17 Өй ҡыйығында булғандар, әйберҙәрен алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен;

18 баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын.

19 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы!

20 Ҡасыуығыҙ ҡышҡа йәки шәмбе көнгә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ.

21 Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.

22 Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.

23 Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ.

24 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.

25 Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.

26 Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ.

27 Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.

28 Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.

29 Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».

30 Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр.

31 Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.

32 Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ.

33 Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәс, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ.

34 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр.

35 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Уяу булырға саҡырыу
( Мрк 13:32-37 ; Лк 21:34-36 ; 17:26-27 , 34-35 ; 12:39-46 )

36 Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә.

37 Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.

38 Туфан алдынан кешеләр ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған.

39 Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.

40 Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.

41 Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.

42 Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.

43 Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.

44 Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.


Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр хаҡында ҡисса

45 Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

46 Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле!

47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ.

48 Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап,

49 башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә,

50 хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр.

51 Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan