Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 23 - Изге Яҙма


Ғайсаның ҡанун белгестәрен һәм фарисейҙарҙы фаш итеүе
( Мрк 12:38-39 ; Лк 11:39-52 ; 20:45-46 )

1 Бынан һуң Ғайса халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итте:

2 – Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды.

3 Шуға күрә уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй.

4 Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.

5 Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта.

6 Табындың түрендә һәм ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа ултырырға яраталар.

7 Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә.

8 Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған.

9 Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә – күктәге Атағыҙ ғына бар.

10 Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки һеҙҙең берҙән-бер Уҡытыусығыҙ – Мәсих.

11 Арағыҙҙа иң бөйөгө кем, шул һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын.

12 Кем үҙен-үҙе күтәрә, шул түбәнһетелер, ә кем үҙен түбәнһетә, шул күтәрелер.

13-14 – Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!

15 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Үҙегеҙ тотҡан иманға тик берәүҙе генә булһа ла килтерер өсөн, диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде маҡсатығыҙға өлгәшкәс, уны үҙегеҙгә ҡарағанда йәһәннәмгә икеләтә лайыҡлыраҡ итәһегеҙ.

16 Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ.

17 Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла йортомо?

18 Һәм тағы: «Ҡорбан усағы менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан усағындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ.

19 Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан усағымы?

20 Шуға күрә ҡорбан усағы менән ант иткән кеше уның менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант иткән була.

21 Алла йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була.

22 Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете һәм унда Ултырыусы менән ант иткән була.

23 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине.

24 Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ!

25 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ һауыт-һабаның тышҡы яғын таҙартаһығыҙ, ә эстә улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы.

26 Һуҡыр фарисей, һин тәүҙә һауыттың эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр!

27 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүекһегеҙ: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә менән тулы.

28 Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ.

29 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн төрбәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәберҙәрендәге һәйкәлдәрҙе биҙәйһегеҙ.

30 «Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ.

31 Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.

32 Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!

33 Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?

34 Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.

35 Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.

36 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!


Ғайсаның Йәрүсәлим хаҡында көйөнөүе
( Лк 13:34-35 )

37 Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!

38 Инде хәҙер Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ.

39 Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan