Матфей 22 - Изге ЯҙмаТуй мәжлесе хаҡында ҡисса ( Лк 14:16-24 ) 1 Ғайса, уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне: 2 – Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған. 3 Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән. 4 «„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән. 5 Ләкин теге кешеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән. 6 Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән. 7 Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән. 8 Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты. 9 Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән. 10 Хеҙмәтселәр, юлға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған. 11 Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән 12 һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәй килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән. 13 Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән. 14 Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ. Ҡайсарға һалым түләү хаҡында һорау ( Мрк 12:13-17 ; Лк 20:20-26 ) 15 Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо. 16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың. 17 Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? 18 Ғайса уларҙың яуыз ниәтен аңлап: – Эй ике йөҙлөләр, ниңә һеҙ Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? – тине. 19 – Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ! Уға динар килтереп бирҙеләр. 20 – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса. 21 – Ҡайсарҙыҡы, – тинеләр. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. 22 Улар, быны ишетеп, хайран ҡалдылар. Шунан Уны ҡалдырып киттеләр. Үленән терелеү хаҡында һорау ( Мрк 12:18-27 ; Лк 20:27-40 ) 23 Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре шул көндө Ғайса янына килеп ошондай һорау бирҙе: 24 – Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән. 25 Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, нәҫел ҡалдырмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды. 26 Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды. 27 Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы. 28 Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул был ете туғандың ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит! 29 – Һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, шуға күрә яңылышаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 30 – Терелгәс, улар өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. 31 Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 32 «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы. 33 Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды. Иң бөйөк бойороҡ хаҡында һорау ( Мрк 12:28-31 ; Лк 10:25-28 ) 34 Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. 35 Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Ғайсаны һынарға теләп: 36 – Остаз, ҡанундағы бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны. 37 – «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – 38 Был беренсе һәм иң мөһим бойороҡ. 39 Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 40 Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре ошо ике бойороҡҡа нигеҙләнгән. Мәсих кемдең Улы? ( Мрк 12:35-37 ; Лк 20:41-44 ) 41 Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса: 42 – Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Улы? – тип һораны. – Дауыт Улы, – тип яуап бирҙе улар. 43 – Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хакимым тип атай ала? – тип һораны Ғайса. – Ул бит әйтә: 44 «Раббы минең Хакимыма: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“, – тигән». 45 Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала? 46 Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia