Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Матфей 2 - Изге Яҙма


Аҡыл эйәләренең килеүе

1 Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.

2 – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.

3 Был хаҡта ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға ҡалды.

4 Һируд, халыҡтың бөтә баш ҡаһиндарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.

5 – Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән:

6 «Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».

7 Шунан һуң Һируд, аҡыл эйәләрен йәшерен рәүештә саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште лә:

8 – Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып Уға сәждә ҡылайым, – тип уларҙы Бейт-Ләхәмгә ебәрҙе.

9 Батшаны тыңлағандан һуң, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм, Бала булған урынға килеп еткәс, туҡтап ҡалды.

10 Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләре ҡыуанып бөтә алманы.

11 Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.

12 Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


Мысырға ҡасыу

13 Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.

14 Йософ, тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла төн йөҙөндә Мысырға юлланды.

15 Һируд үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Сабыйҙарҙы үлтертеү

16 Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.

17 Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:

18 «Рама ҡалаһында көслө бер тауыш – иңрәп, һыҡтап илау ишетелә: балалары өсөн Рәхилә илай был. Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй, сөнки балалары юҡтар инде».


Мысырҙан ҡайтыу

19 Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:

20 – Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраил еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.

21 Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраилға ҡайтты.

22 Әммә, Йәһүҙиәлә Һируд урынында улы Архелайос батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә йәнә бер иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.

23 Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan