Матфей 14 - Изге ЯҙмаСумдырыусы Яхъяның үлеме ( Мрк 6:14-29 ; Лк 9:7-9 ) 1 Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде. 2 Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шуға күрә Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине. 3 Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны. 4 Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне. 5 Һируд Яхъяны үлтергән булыр ине, тик халыҡтан ҡурҡҡайны. Сөнки кешеләр Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине. 6 Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны, 7 ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте. 8 Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә: – Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине. 9 Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә 10 һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе. 11 Ҡырҡылған башты ҡоштабаҡҡа һалып килтерҙеләр ҙә ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы. 12 Яхъяның шәкерттәре килеп остаздарының кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр. Биш мең кешене туйҙырыу ( Мрк 6:32-44 ; Лк 9:10-17 ; Ях 6:1-13 ) 13 Был хаҡта ишеткәндән һуң, Ғайса яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Быны белеп ҡалған халыҡ, ҡалаларынан сығып, Уның артынан йәйәүләп китте. 14 Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы. 15 Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде: – Бында ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар. 16 – Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. 17 Шәкерттәре Ғайсаға: – Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр. 18 – Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса. 19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 20 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. 21 Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине. Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе ( Мрк 6:45-56 ; Ях 6:16-21 ) 22 Шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡҡа сыға торорға ҡушты, ә Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 23 Халыҡты оҙатҡандан һуң, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәндә лә Ул бында бер үҙе булды. 24 Ә кәмә ярҙан алыҫ киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде. 25 Таң атып килгән мәлдә Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте. 26 Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр. 27 – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 28 Шунан Петрус: – Хакимым! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап Үҙеңдең яныңа барырға бойорсо, – тип өндәште. 29 – Кил, – тине Ғайса. Петрус кәмәнән төштө лә һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. 30 Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хакимым, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. 31 Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың? 32 Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды. 33 Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр. 34 Улар, күлде аша үтеп, Геннисаретта ярға сыҡтылар. 35 Урындағы халыҡ, Ғайсаны танып, был хаҡта бөтә әйләнә-тирәгә хәбәр таратты һәм Уға барса ауырыуҙарҙы алып килделәр. 36 Улар Ғайсанан кейеменең сабыуына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia