Матфей 13 - Изге ЯҙмаСәсеүсе хаҡында ҡисса ( Мрк 4:1-9 ; Лк 8:4-8 ) 1 Шул көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл буйына барып ултырҙы. 2 Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 3 Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. 4 Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән. Ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. 5 Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6 Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7 Башҡа орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып киткән. 8 Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән. 9 Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Кинәйәле ҡиссалар һөйләүҙең маҡсаты ( Мрк 4:10-20 ; Лк 8:9-15 ; 10:23-24 ) 10 Шәкерттәре Уның янына килеп: – Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар менән һөйләйһең? – тип һораны. 11 – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. – 12 Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 13 Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар менән һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. 14 Бына шулай Ишағыяһтың пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ. 15 Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». 16 Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә. 17 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне. Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе 18 Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның нимә аңлатҡанын тыңлағыҙ. 19 Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. 20 Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 21 әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә. 22 Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй. 23 Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була. Ҡый үләне хаҡында ҡисса 24 Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған. 25 Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән. 26 Үҫентеләр күтәрелеп баш ебәргән ваҡытта, ҡый үләне лә күренә башлаған. 27 Хеҙмәтселәре ҡайтып йорт хужаһынан: «Әфәндем, һин баҫыуыңа яҡшы орлоҡ сәскәйнең түгелме һуң? Унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?» – тип һораған. 28 «Был – дошман эше», – тип яуап биргән хужа. «Теләһәң, беҙ хәҙер барып уларҙы утайбыҙ?» – тигән хеҙмәтселәр. 29 Ләкин ул былай тигән: «Кәрәкмәй, юғиһә утаған ваҡытта ҡый үләне менән бергә игенде лә йолҡоп ҡуйыуығыҙ бар. 30 Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен». Гәрсис орлоғо һәм әсетке хаҡында ҡисса ( Мрк 4:30-34 ; Лк 13:18-21 ) 31 Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән гәрсис орлоғона оҡшаған. 32 Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, әммә үҫкәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора. 33 Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған. 34 Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға кинәйәле ҡиссаһыҙ бер нәмә лә һөйләмәне. 35 Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен». Ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе 36 Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп: – Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бир әле, – тип үтенде. 37 – Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. – 38 Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары, 39 һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр. 40 Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: 41 Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып, 42 янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр. 43 Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Йәнә өс ҡисса 44 Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаған. Берәү уны табып алған да ҡабат күмеп ҡуйған. Шунан, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған. 45 Күктәр Батшалығы йәнә гүзәл ынйылар эҙләгән сауҙагәргә оҡшаған. 46 Ул, иң затлы ынйыны тапҡас, ҡайтып бар мөлкәтен һатҡан да шул ынйыны алған. 47 Йәнә Күктәр Батшалығы балыҡсылар диңгеҙгә ырғытҡан һәм күп төрлө балыҡ тулып сыҡҡан йылымға оҡшаған. 48 Йылым балыҡ менән тулғас, уны ярға тартып сығарғандар ҙа ултырып балыҡтарҙы айырғандар. Яҡшыларын кәрзингә һалғандар, ашарға яраҡһыҙҙарын иһә ситкә ырғытҡандар. 49 Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа 50 янып ятҡан мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр. 51 Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре. 52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған. Назарала Ғайсаны инҡар итеү ( Мрк 6:1-6 ; Лк 4:16-30 ) 53 Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте. 54 Ул Үҙенең ҡалаһына ҡайтҡас, кешеләргә ғибәҙәтханаларҙа аң-белем бирҙе. Тыңлаусылар таң ҡалып: – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тине. – 55 Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа? 56 Уның бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? Шулай булғас, бының барыһы Уға ҡайҙан килгән? 57 Шулай тип, Уны инҡар иттеләр. Ғайса уларға: – Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине. 58 Кешеләрҙең ышанмауы арҡаһында, Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia