Матфей 10 - Изге ЯҙмаҒайсаның ун ике илсеһе ( Мрк 3:15-19 ; Лк 6:14-16 ; Ғмл 1:13 ) 1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен янына саҡырып, уларға кешеләрҙең эсенән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. 2 Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петрус тип тә аталған Шимғон һәм уның ҡустыһы Әндриас, Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя, 3 Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай, 4 Көрәшсе Шимғон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе ( Мрк 6:7-11 ; Лк 9:2-5 ; 10:4-12 ) 5 Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. 6 Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ. 7 Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ. 8 Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. 9 Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. 10 Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар. 11 Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. 12 Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. 13 Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. 14 Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр. Киләсәк эҙәрлекләүҙәр ( Мрк 13:11-13 ; Лк 21:12-19 ) 16 Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. 17 Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. 18 Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. 19 Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер. 20 Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр. 21 Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 22 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. 23 Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер. 24 Шәкерт – үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. 25 Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар. Кемдән ҡурҡырға кәрәк? ( Лк 12:2-9 ) 26 Шуға күрә ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайса ҡалыр йәшерен нәмә һәм беленмәйсә ҡалыр һис бер сер юҡ. 27 Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде ҡыйыҡтарҙан иғлан итегеҙ. 28 Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ! 29 Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа уларҙың береһе лә ергә ҡолап төшмәҫ. 30 Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. 31 Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ. Мәсихте ҡабул итеү ( Лк 12:51-53 ; 14:26-27 ; 17:33 ) 32 Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә күктәге Атам алдында ҡабул итермен. 33 Ә инде кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Мин дә күктәге Атам алдында унан ваз кисермен. 34 Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерергә тип килдем. 35 Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен айырырға тип килдем. 36 Кеше өсөн үҙ өйөндәгеләре дошман булыр. 37 Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. 38 Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. 39 Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; әммә Минең хаҡыма йәнен юғалтҡан уны алып ҡалыр. 40 Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә. 41 Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул иткән кеше пәйғәмбәргә лайыҡ әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе тәҡүә кешегә лайыҡ әжер алыр. 42 Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia