Маркус 6 - Изге ЯҙмаНазара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы ( Маҫ 13:54-58 ; Лк 4:16-30 ) 1 Ғайса, унан киткәс, Үҙенең ҡалаһына ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. 2 Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: – 3 Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр. 4 – Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине Ғайса уларға. 5 Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. 6 Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө. Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе ( Маҫ 10:1 , 9-14 ; Лк 9:1-6 ) 7 Ул ун ике шәкертен янына саҡырып алды ла, уларға яуыз рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. 8 Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. 9 Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте, ә алмаш күлдәк алмаҫҡа ҡушты. 10 – Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ ҙа, киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – 11 Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. 12 Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр, 13 күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар. Сумдырыусы Яхъяның үлеме ( Маҫ 14:1-12 ; Лк 9:7-9 ) 14 Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине. 15 Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. 16 Ә Һируд, быларҙы ишетеп: – Мин башын ҡырҡтырған Сумдырыусы Яхъя был! – тине. – Ул терелеп торған. 17-18 Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны, сөнки Һируд был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә туғаныңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. 19 Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки 20 Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Һируд унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине. 21 Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. 22 Шул ваҡыт Һирудиастың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Һирудҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. 23 – Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте. 24 Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты: – Нимә һорайым икән? – тине. – Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тине әсәһе. 25 Ҡыҙы шунда уҡ йәһәт кенә батша янына инде лә: – Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер үк миңә алып килеүеңде теләйем! – тине. 26 Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. 27 Ул шунда уҡ ҡатилға Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Ҡатил, төрмәгә барып, Яхъяның башын ҡырҡты. 28 Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. 29 Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, остаздарының кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар. Биш мең кешене туйҙырыу ( Маҫ 14:13-21 ; Лк 9:10-17 ; Ях 6:1-13 ) 30 Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, илселәр үҙҙәренең ҡылған эштәре һәм халыҡты ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе. 31 – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға. Сөнки халыҡ килеп-китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. 32 Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. 33 Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә, эргә-тирәләге ҡалаларҙан килгән кешеләр улар бараһы урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. 34 Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. 35 Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Ғайса янына килде: – Бында бит ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. 36 Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар. 37 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Уларҙы ашатыр өсөн үҙебеҙ барып ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тип һораны. 38 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул. – Биш икмәк менән ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. 39 Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо. 40 Тегеләр йөҙәр, иллешәр кешелек төркөмдәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы. 41 Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. 42 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. 43 Икмәк һыныҡтарын һәм ҡалған балыҡты ун ике кәрзингә тултырып алдылар. 44 Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине. Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе ( Маҫ 14:22-33 ; Ях 6:16-21 ) 45 Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 46 Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде. 47 Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48 Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49 шәкерттәре, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50 Уны күреп, барыһының да ҡото алынды. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51 Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. 52 Улар икмәк менән булған хәлде лә аңламағайны – күңелдәре һаман ҡатып ҡалған ине. 53 Күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр ҙә яр буйына килеп туҡтанылар. 54 Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр Ғайсаны шунда уҡ танып та алды. 55 Уның килеүен хәбәр итеп, бөтә әйләнә-тирәне йөрөп сыҡтылар. Шунан Ғайса туҡтаған урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән алып килә башланылар. 56 Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалыр булдылар. Унан һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Уға кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia