Маркус 13 - Изге ЯҙмаАхырызаман билдәләре ( Маҫ 24:1-22 ; Лк 21:5-24 ) 1 Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе: – Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште. 2 – Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ. 3 Ул Зәйтүн тауында, Алла йорто ҡаршыһында ултырған саҡта, Петрус, Яҡуп, Яхъя, Әндриас Уның менән айырым ғына ҡалғас: 4 – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар. 5 Ғайса һөйләй башланы: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 6 Күптәр: «Мин – Улмын», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 7 Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. 8 Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына. 9 Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. 10 Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. 11 Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр. 12 Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 13 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. 14 Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15 Өй ҡыйығында булғандар, берәй нәмә алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; 16 баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! 18 Былар ҡышҡа тап килмәһен, тип доға ҡылығыҙ. 19 Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер. 20 Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты. 21 Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! 22 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23 Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем. Әҙәм Улының килеүе ( Маҫ 24:27-31 ; Лк 21:25-28 ) 24 Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң, «ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, 25 күктән йондоҙҙар ҡойолор, күк көстәре тетрәр». 26 Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. 27 Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр. Инжир ағасынан ғибрәт алыу ( Маҫ 24:32-35 ; Лк 21:29-33 ) 28 Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. 29 Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. 30 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. 31 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. 32 Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 33 Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ. 34 Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. 35 Шуға күрә, уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кисме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. 36 Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! 37 Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia