Лукас 11 - Изге ЯҙмаҒайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе ( Маҫ 6:9-13 ; 7:7-11 ) 1 Ғайса бер урында доға ҡылып тора ине. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хакимым, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораны. 2 Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын, Һинең Батшалығың килһен. 3 Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир. 4 Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине. 5 Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле, 6 үтеп барышлай бер дуҫым ингәйне, табынға ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ», – тип һорай. 7 Ә өй эсенән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишегем бикле, янымда балаларым йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым». 8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер. 9 Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар. 10 Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 11 Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораған улына йылан тотторор? 12 Йәки йомортҡа һораһа, саян бирер? 13 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк. Ғайса һәм Бәғел-Зевул ( Маҫ 12:22-30 ; Мрк 3:22-27 ) 14 Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарҙы. Ен сыҡҡандан һуң, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалды. 15 Уларҙың ҡайһы берҙәре: – Ул ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән ҡыуып сығара, – тине. 16 Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап итте. 17 Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ емерелер, эсендә дошманлыҡ булған һәр ғаилә тарҡалыр. 18 Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! 19 Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә, әйҙә, улар һеҙҙе хөкөм итһен. 20 Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте. 21 Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта, уның милке хәүефһеҙлектә булыр. 22 Ә инде көслөрәк берәү, һөжүм итеп, был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтә ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. 23 Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата. Яуыз рухтың ҡайтыуы ( Маҫ 12:43-45 ) 24 – Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. 25 Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 26 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. 27 Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын: – Һине ҡарынында йөрөткән, Һине имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырҙы. 28 Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы. Илаһи билдә тураһында ( Маҫ 12:39-42 ) 29 Эргә-тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ғайса һөйләй башланы: – Был замандың кешеләре яуыз, илаһи билдә талап итәләр, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 30 Юныс Ниневе кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн билдә булыр. 31 Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк. 32 Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк. Тән һәм яҡтыртҡыс хаҡында ( Маҫ 6:22-23 ) 33 Шәмде тоҡандырып, бер кем дә уны аҫҡа тығып ҡуймай, киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, уны шәмдәлгә ултырталар. 34 Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булғанда, бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда, тәнең дә ҡараңғы була. 35 Шуға күрә һаҡ бул: үҙеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булмаһын. 36 Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, шәм нуры һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр. Фарисейҙар менән ҡанун белгестәрен киҫәтеү ( Маҫ 23:1-36 ) 37 Ғайса һүҙен тамамлағас, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, өйгә инеп, табын артына ултырҙы. 38 Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса ҡулын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалды. 39 Әммә Раббы Ғайса уға былай тине: – Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. 40 Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар итмәгәнме ни? 41 Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр. 42 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине. 43 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙың түрендә ултырырға, баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен яратаһығыҙ. 44 Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдә ҡуйылмаған ҡәбер һымаҡһығыҙ. Кешеләр белмәйенсә ошо ҡәберҙәрҙе тапап йөрөй. 45 Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе: – Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе лә рәнйетәһең, – тине. 46 Ғайса былай тип яуапланы: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә теймәйһегеҙ. 47 Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр ҡуяһығыҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! 48 Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ. 49 Шуның өсөн Алла аҡылы былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр». 50 Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын яуап тотасаҡ, – 51 Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ. 52 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә юл бирмәнегеҙ. 53 Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар, Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башланы. 54 Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia