Лукас 1 - Изге Яҙма1 Арабыҙҙа булып уҙған ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы. 2 Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк үҙ күҙҙәре менән күргән һәм Алланың һүҙен иғлан итеп йөрөгән һүҙ хеҙмәтселәренең һөйләгәндәренә таянып яҙҙы. 3 Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым. 4 Был һиңә өйрәтелгән белемдең дөрөҫлөгөн күрһәтер. Сумдырыусы Яхъяның тыуасағы тураһындағы хәбәр 5 Йәһүҙиәлә, Һируд батша заманында, ҡаһиндарҙың Авияһ төркөмөнән Зәкәрьяһ исемле бер ҡаһин йәшәй ине. Уның Әлисабет исемле ҡатыны ла шулай уҡ Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булды. 6 Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды. 7 Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде. 8 Бер ваҡыт, Зәкәрьяһ үҙ төркөмөнөң сираты буйынса Алла йортонда ҡаһин хеҙмәтен башҡарғанда, 9 ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө. 10 Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта, халыҡ Алла йортоноң тыш яғында тороп доға ҡылды. 11 Шул ваҡыт Зәкәрьяһ алдында, хуш еҫ төтәҫләгес ҡорбан усағының уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булды. 12 Уны күргәс, Зәкәрьяһ ҡаушап ҡалды һәм уны ҡурҡыу солғап алды. 13 Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. 14 Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр. 15 Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр. 16 Ул Исраил халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр. 17 Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр. 18 Зәкәрьяһ фәрештәнән: – Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораны. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә. 19 Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем. 20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы. 21 Халыҡ, Зәкәрьяһтың Алла йортонда оҙаҡлауына аптырап, тышта көтөп торҙо. 22 Ул иһә, Алла йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алманы. Халыҡ уның Алла йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңланы. Зәкәрьяһ, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашырға мәжбүр булды. 23 Хеҙмәт итеү көндәре тамамланғас, ул өйөнә ҡайтты. 24 Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны Әлисабет ауырға ҡалды, биш ай буйы өйөнән сыҡманы. 25 – Раббы быны минең турала хәстәрлек күреп эшләне, кешеләр алдындағы хурлығымды юйҙы, – тине ул. Ғайса Мәсихтең тыуасағы тураһындағы хәбәр 26 Әлисабеттың ауырға ҡалыуына алтынсы ай киткәс, Алла Ябраил фәрештәне Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһына, 27 Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәрҙе. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгәйне. 28 Фәрештә Мәрйәм янына килеп: – Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәште. 29 Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалды һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты. 30 Фәрештә һүҙен дауам итте: – Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте. 31 Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш. 32 Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. 33 Ул Яҡуп нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ. 34 – Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тине Мәрйәм. 35 – Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. – 36 Бына Әлисабет туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте. 37 Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ. 38 – Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тине Мәрйәм. Шунан һуң фәрештә уның янынан китеп барҙы. Мәрйәмдең Әлисабет менән осрашыуы 39 Күп тә үтмәне, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға китте. 40 Унда Зәкәрьяһ йәшәй ине. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Әлисабет менән иҫәнләште. 41 Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Әлисабеттың ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйҙы. Әлисабет Изге Рух менән һуғарылды. 42 – Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәште Әлисабет көслө тауыш менән. – 43 Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хакимымдың әсәһе үҙе яныма килгән! 44 Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы. 45 Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың! Мәрйәмдең мәҙхиә һүҙҙәре 46 Мәрйәм былай тине: – Күңелем минең Раббыны данлай, 47 рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана, 48 Ул Үҙенең күндәм ҡолона күҙ һалды. Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар, 49 сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөк эштәр ҡылды – Уның исеме мөҡәддәс. 50 Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә. 51 Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы, тәкәббер уйлыларҙы ҡыуып таратты. 52 Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе. 53 Астарҙы ниғмәттәр менән туйындырҙы, байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе. 54-55 Ата-бабаларыбыҙға биргән вәғәҙәһе буйынса, Ибраһимға, уның нәҫеленә мәңгелеккә мәрхәмәтен күрһәтергә онотмайса Үҙенең хеҙмәтсеһе Исраилға ярҙам итте. 56 Мәрйәм, өс айға яҡын Әлисабет янында булғандан һуң, өйөнә ҡайтты. Сумдырыусы Яхъяның тыуыуы 57 Әлисабеттың бала табыр ваҡыты етте, һәм ул ир бала тыуҙырҙы. 58 Күршеләре менән туғандары, Раббының Әлисабетҡа оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанды. 59 Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килде һәм атаһының исеме менән Зәкәрьяһ тип атарға ниәтләне. 60 Әммә баланың әсәһе: – Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш, – тине. 61 – Туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, – тине улар Әлисабетҡа. 62 Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һоранылар. 63 Зәкәрьяһ яҙыу таҡтаһы һорап алды ла: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙҙы. Быға барыһы ла аптырашта ҡалды. 64 Шул мәлдә үк Зәкәрьяһтың теле асылды һәм ул Алланы данлап һөйләй башланы. 65 Зәкәрьяһ менән Әлисабеттың бар күрше-күләне ҡурҡыуға төштө, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралды. 66 Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килде. Сөнки Раббының ҡөҙрәте бала менән ине. Зәкәрьяһтың пәйғәмбәрлеге 67 Яхъяның атаһы Зәкәрьяһ, Изге Рух менән һуғарылып, былай тип пәйғәмбәрлек ҡылды: 68 – Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе, 69 Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе. 70 Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне. 71 Хәҙер беҙҙе дошмандарыбыҙҙан, беҙгә нәфрәт тотоусыларҙан ҡотҡарасаҡ. 72 Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе – 73 атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота: 74 Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, 75 ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында изге һәм тәҡүә булып, Уға хеҙмәт итә аласаҡбыҙ. 76 Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың. 77 Һин Уның халҡына гонаһтары ярлыҡаныуы, ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең. 78 Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул – беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ. 79 Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк. 80 Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia