Левиҙәр 9 - Изге ЯҙмаҠаһиндарҙың эшләй башлауы 1 Һигеҙенсе көндө Муса Һарун менән улдарын һәм Исраил аҡһаҡалдарын саҡыртып алды. 2 Ул Һарунға былай тине: – Үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны итеп һыйыр малынан кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм тотош яндырыу ҡорбанына кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе ал. Уларҙы Раббы ҡаршыһына килтер. 3-4 Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алып килегеҙ. Бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк!» 5 Муса ҡушҡандарҙың барыһы ла Осрашыу сатыры алдына килтерелде. Бөтә йәмғиәт Раббы хозурына йыйылды. 6 – Быларҙы эшләргә һеҙгә, алдығыҙҙа Раббы шөһрәте пәйҙә булһын өсөн, Раббы Үҙе бойорҙо, – тине Муса. 7 Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер. 8 Һарун, ҡорбан усағы янына барып, үҙе өсөн гонаһ ҡорбаны булған үгеҙ башмаҡты салды. 9 Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте. 10 Гонаһ ҡорбанының эс майын, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн ҡорбан усағында яндырҙы. Раббының Мусаға биргән бойороғо буйынса булды. 11 Ҡорбандың ите менән тиреһен тупламдан ситкә сығарып яҡты. 12 Бынан һуң Һарун тотош яндырыу ҡорбанын салды. Улдары уға ҡорбандың ҡанын алып бирҙе. Һарун ҡанды һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте. 13 Тотош яндырыу ҡорбанын тураҡлап, киҫәктәрен һәм башын бирҙеләр. Һарун уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы. 14 Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә усаҡта яндырҙы. 15 Артабан Һарун халыҡтың ҡорбанын тәҡдим итте. Халыҡтың гонаһтары өсөн тәғәйенләнгән кәзә тәкәһен салды; уны беренсе гонаһ ҡорбаны кеүек килтерҙе. 16 Унан тотош яндырыу ҡорбанын тәҡдим итте, йолаһы буйынса ғәмәл ҡылды. 17 Шунан икмәк саҙаҡаһын килтерҙе. Унан бер ус тултырып алды ла, ҡорбан усағындағы иртәнге тотош яндырыу ҡорбанына өҫтәп яндырҙы. 18 Халыҡ өсөн татыулыҡ ҡорбаны булған үгеҙ менән һарыҡ тәкәһен салды. Улдары ҡорбандарҙың ҡанын бирҙе һәм Һарун уны һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте. 19 Улар үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең майын, ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн алып, 20 түш иттәре өҫтөнә һалды. Һарун майҙы ҡорбан усағында яндырҙы. 21 Шунан Һарун үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең түш ите менән артҡы уң боттарын, Муса бойорғанса, Раббы алдында өҫкә күтәреп күрһәтте. 22 Һарун, гонаһ ҡорбанын, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим иткәндән һуң, ҡулдарын күтәреп халыҡҡа фатиха бирҙе һәм ҡорбан усағынан төштө. 23 Муса менән Һарун Осрашыу сатырына инделәр. Унан сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирҙеләр. Бына шул саҡта барса халыҡ алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды. 24 Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia