Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Левиҙәр 7 - Изге Яҙма


Ғәйеп ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә

1 Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.

2 Ғәйеп ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбандары салынған урында һуйылһын. Уның ҡаны ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сығылһын.

3-4 Ҡорбан килтереүсе уның бөтә майын – ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын, бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.

5 Ҡаһин уларҙы, Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағында яндырыр. Был – ғәйеп ҡорбаны.

6 Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.

7 Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.

8 Тотош яндырыу ҡорбанының тиреһе лә ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһинға бирелер.

9 Мейестә, көршәктә йәки йәйләүҙә бешерелгән барса икмәк саҙаҡаһы – ҡорбан йолаһын башҡарған ҡаһинға.

10 Зәйтүн майына буталған йәки ҡоро икмәк саҙаҡалары Һарун улдарының бөтәһе араһында тигеҙ итеп бүленһен.


Татыулыҡ ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә

11 Бына Раббыға тәҡдим ителә торған татыулыҡ ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре.

12 Әгәр ҙә берәйһе рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны килтерә икән, зәйтүн майына баҫып бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк алып килһен.

13 Бынан башҡа ул рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны менән бергә әсе икмәк тә килтерһен.

14 Һәр төрлө икмәк саҙаҡаһының бер өлөшөн Раббыға бағышлап килтерһен: ул татыулыҡ ҡорбанының ҡанын ҡорбан усағына һирпкән ҡаһинға булыр.

15 Татыулыҡ ҡорбаны булған шөкөр саҙаҡаһының ите ҡорбан килтерелгән көндө үк ашап бөтөрөлһөн, иртәнгә тиклем ҡалмаһын.

16 Әгәр кем дә булһа ҡорбанды нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса, йәғни үҙ ихтыяры менән килтерә икән, уның ите салынған көндән ҡалһа, икенсе көндө лә ашарға ярай.

17 Әммә өсөнсө көнгә ҡалған ҡорбан ите яндырылһын.

18 Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит хәрәм һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер.

19 Нәжес һаналған берәй нәмәгә тейгән итте ашарға ярамай, ул яндырылырға тейеш. Ә таҙа итте пак булған һәр кешегә ашарға мөмкин.

20 Әммә берәй әҙәм нәжес хәлендә Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.

21 Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.


Эс майы һәм ҡан ашауҙан тыйыу

22 Раббы Мусаға былай тине:

23 – Исраил халҡына әйт: һыйыр малыныҡымы ул, һарыҡмы, кәзәнекеме – бер ниндәй ҙә эс майын ашамағыҙ.

24 Үҙе үлгән йәки йыртҡыс ботарлаған малдың майын төрлө кәрәк-яраҡҡа файҙаланырға мөмкин, әммә ашарға ярамай.

25 Әгәр кем дә булһа берәү Раббыға ут ҡорбаны булараҡ килтерелгән малдың майын ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.

26 Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ.

27 Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡаһиндарҙың өлөшө

28 Раббы Мусаға былай тине:

29 – Исраил халҡына әйт: Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтергән кеше, уның бер өлөшөн Раббыға тәҡдим итһен.

30 Уны үҙ ҡулы менән Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ килтерһен. Малдың майын түш ите менән бергә алып килһен дә Раббы хозурында, һелкетмә ҡорбан булараҡ, өҫкә күтәреп күрһәтһен.

31 Ҡаһин майҙы ҡорбан усағында яндырыр, ә түш ите Һарунға һәм уның улдарына булыр.

32 Татыулыҡ ҡорбанының артҡы уң ботон ҡаһинға саҙаҡа итеп бирегеҙ.

33 Уң бот татыулыҡ ҡорбанының ҡаны менән майын Раббыға тәҡдим иткән Һарун улдарының өлөшө булыр.

34 Исраил халҡының татыулыҡ ҡорбандарынан күтәреп һелкетелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән ботто алам да Һарун ҡаһин менән уның улдарына Исраил халҡынан мәңгелек өлөш итеп бирәм.

35 Һарун һәм уның улдары Раббы хозурына ҡаһин булып хеҙмәт итеү өсөн тәғәйенләнгән көндән башлап, утта яндырылған ҡорбандарҙан уларға бирелгән өлөш ошо.

36 Уларҙы ҡаһинлыҡҡа мәсехләгән көндө Раббы Исраил халҡына бойороҡ бирҙе. Был – уларҙың быуындан-быуынға даими өлөшө.

37 Тотош яндырыу ҡорбанының, икмәк саҙаҡаһының, гонаһ, ғәйеп өсөн килтерелгән ҡорбандарҙың, бағышлау ҡорбанының һәм татыулыҡ ҡорбанының йолалары ошо.

38 Синай сүлендәге Синай тауында Раббы Исраил халҡының Үҙенә ҡорбандар килтерергә тейешлеге хаҡында Мусаға бына шуларҙы бойорҙо.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan